Бөтә яңылыҡтар

“Ҡарт һәм диңгеҙ” хакас вариантында

Әлеге мәлдә “Нур” татар театрында А. Топанов исемендәге Хакас милли драма театры артистары “Ҡарт һәм диңгеҙ” әҫәрен ҡуя.

Автор фотолары.
Автор фотолары.
Әлеге мәлдә “Нур” татар театрында А. Топанов исемендәге Хакас милли драма театры артистары “Ҡарт һәм диңгеҙ” әҫәрен ҡуя.


Э. Хемингуэйҙың киң билдәле әҫәрен сәхнәләштереү еңел дә түгелдер, әммә һәр режиссер Кеше, Уның йәшәү маҡсаттары һәм мәғәнәһе проблемаһын үҙенсә хәл итә.


Осраҡлы ваҡиғалар, хәлдәр, әммә ошо ҡуйылған тормош сәхифәһендә кеше үҙенең кемлеге, ғүмер маҡсаты хаҡында уйлана.


Бер ҡараһаң, тормош – үҙе диңгеҙ, ә беҙ унда – ошо балыҡсы ҡарт. Милли музыка, ҡом һүрәттәре аша режиссер әҫәрҙең төп идеяһын асыу юлдарын эҙләй.
Читайте нас: