Бөтә яңылыҡтар

“Китмәгеҙ, торналар!” ауазы яңыса яңғыраны

Аҡ өҫтөнә төшкән ҡара тапты бөтөрөп буламы?

Аҡ өҫтөнә төшкән ҡара тапты бөтөрөп буламы?


Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар!” драмаһы буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһы ҙур аншлаг менән үтте. Тамашаның ҡуйыусы-режиссеры – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов, композиторы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаев, рәссамы – Зилиә Нурғәлиева.
Яңы иҫке спектакль


Хәйер, Сибай сәхнәһендә драма­тург­тың “Китмәгеҙ, торналар!” спектакле беренсегә ҡуйылмай. Театрҙың художество етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре Дамир Ғәлимов әйте­үенсә, был әҫәр тәүге тапҡыр 2001 йыл­да сәхнәләштерелә һәм халыҡтың һөйөүен яулай. Ун алты йыл буйы ул сәхнәнән төшмәй, республиканың бар ауыл-ҡалаларын ғына түгел, хатта күрше өлкәләрҙе лә урап сыға. Тәүге төркөмдә уйнаған артистарҙың китеүе йәки икенсе эшкә күсеүе сә­бәпле, ике тапҡыр яңыртыла. Әммә драма тормошҡа ауаздаш булыуы, мил­ләтебеҙ алдында торған һәлә­кәтте бар тулылығында асып һала алыуы менән көнүҙәклеген юғалтмай. Күпме тамашасы был спектаклде ҡарап үҫте, бәғзеләре унан һабаҡ алып, тәүбәгә ҡайтты, әммә һаман да ул тамашасы күңеленә яҡын һәм танһыҡ. Шуға күрә ике көн барған премьерала залда алма төшөрлөк тә урын булманы, спектакль бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
– Беҙҙең театр республика райондары буйлап гастролдәргә йыш йөрөй. Ауылдарҙа тамашасылар “Китмәгеҙ, торналар!”ҙы күптән ҡайтанан күрергә теләй ине. Хатта уны тергеҙеүҙе һо­рап хаттар ҙа килде. Һуңғы йылдарҙа эскелектең ныҡ таралыуы, шул сә­бәп­ле ғаиләләрҙең тарҡалыуы, етем­дәрҙең артыуы, ваҡытһыҙ үлемдәр хафаландырһа, икенсе яҡтан, күп­тәрҙең сәләмәт тормошто үҙ итеүе шатландыра. “Сәләмәт ауыл”, “Айыҡ ауыл” конкурстарының ойошторолоуы – был һүҙҙәргә дәлил. Әммә халыҡҡа “эсмә” тип әйтеү генә аҙ: араҡы һа­тыуҙы тыйыу ҙа, ситтән килтерелгән арзан эсемлектәрҙе тартып алыу ҙа, төрлө рейдтар үткәреү ҙә етмәй. Уға фәһем алырлыҡ, үҙ күҙҙәре менән күреп, күңеле менән тетрәнеп, йөрәген телгеләп, аңына барып етерлек сәхнә әҫәренең булыуы ла мөһим. Шул саҡта ғына кеше, был осраҡта эскән бәндә, тәүбәгә килеп, яман ғәҙәтен ташларға мөмкин. Беҙ ҡуйған спектакль тап шундай бурысты үтәй ҙә инде. Тамашасыны сәхнә әҫәре үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә ҡараш ташларға, уйланырға мәжбүр итә икән, йәғни ниндәйҙер дәрәжәлә уны “таҙартыу”ға йоғонто яһай икән, тимәк, беҙҙең әйтергә теләгән уйыбыҙ, уйнаған әҫәребеҙ тиккә түгел, – ти Дамир Мәжит улы.
Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, спектакль Сибай сәхнәһендә беренсегә ҡуйыл­май. Шуға күрә тамашасы алдында ике премьераны баһалау мөмкинлеге бар. Кемдер тәүге тапҡыр уйнаған­дағы Арыҫлан Йәнбәков, Нәркәс Баязитова, Марс Итбаевтар менән бөгөнгө образдарҙы тыуҙырған йәш артистарҙы сағыштырып ҡараһа, икенселәргә иһә, былар килештерә алырмы, тигән уй тынғылыҡ бирмә­гәндер. Әҫәр нисек ҡабул ителер, күңел ҡылдарына тейерме, образдар йөрәккә үтеп инерме?
Әлбиттә, тәүге әҫәр менән бөгөнгө­һө араһында айырма бар. Режиссер уны хәҙерге күҙлектән сығып, заманса алымдар индереп, тамаша­сыға яҡыныраҡ итергә тырышҡан һәм отҡан да. Авторға мөрәжәғәт итеп, драманың тәүге өлөшө үҙгәртелгән, яңы эпизодтар индерелгән. Һәр актерҙың үҙ Сәриәһе, үҙ Әлмөхәмәте, үҙ Исламы барлыҡҡа килгән.


Төп сәбәп эскелектә генә түгел...


Дөрөҫ, спектаклде ҡарау еңелдән түгел, тетрәнмәйенсә, геройҙар яҙмы­шын үҙ йөрәгең аша үткәрмәйенсә булмай. Һуңғы ваҡытта күптәр еңел-елпе, көлкөлө комедияға йөрөп өйрәнде, ә бөгөнгө ысынбарлыҡҡа – ғаиләләр емерелеүенә, ҡатын-ҡыҙҙың эскелеккә бирелеүенә, зәғиф балалар тыуыуына, эшһеҙлектең, ауылдарҙа йәштәрҙең ҡалмауына сәхнәлә иғти­бар етмәй, был мәсьәләнең төп сәбә­бен аңлап та, төшөнөп тә бөтмәйбеҙ кеүек. “Ҡайтығыҙ, торналар!” иһә тормоштоң беҙ күрмәгән яҡтарын да тойорға һәм белергә булышлыҡ итә.
Төп геройҙарҙың береһе – Бибизата образын – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Хәкимова һынландырған. Тәү ҡарамаҡҡа донъя­ның әсе-сөсөһөн татыған, тол ҡалып, берҙән-бер улын яңғыҙ үҫтергән, юғары белем биргән, әммә уға яҡшы­лыҡ янында һәр саҡ яманлыҡтың йәнәш йөрөүен һуңғы һулышына тиклем аңлата алмаған ҡарсыҡ ролен йәш кешенең уйнауына күптәр бер аҙ һағая төшкәндер. Әммә күренекле сәнғәт әһеле Товстоноговтың шундай һүҙҙәре бар: “80 йәшлек ҡарт образын тыуҙырыу өсөн 40 йәшлек актерҙың энергияһы кәрәк”. Ысынлап та, күпселек осраҡта оло йәштәгеләр, сәхнәлә үҙенә тәғәйен ролде баш­ҡарыуҙан тыш, тормоштағы үҙен “уйнай”. Ә бына Айгөл Хәкимованың, киреһенсә, һәр хәрәкәте, ымы, һөйлә­ше, ҡарашы, булмышы Бибизата ролен тулыһынса асыуға йүнәлтелгән. Күп тамашасы актрисаны был образда яңыса асты: көслө характерлы ҡатын-ҡыҙ, изге әсә ролен юғары кимәлдә башҡарыу оҫталығына һоҡланды, үҙенә генә хас алымдар, хис-тойғо менән тамашасы күңелен яулауға өлгәште.
Сәриәне театрҙың йәш артис­та­рының береһе Нәфисә Мәжито­ва башҡарҙы. Ул да – үҙенә күрә ҡат­марлы образдарҙың береһе. Тәүге мөхәббәтен онота алмай, йәшлек хатаһы менән төрмәлә ултырып сыға, “йәшел йылан” ағыуына тиҙ бирешә. Тәүге күргәндә үк уға Әлмөхәмәт ғашиҡ була, артабан уны юғалта, эҙләй. Тормош йәштәрҙе йәнә осраш­тыра, артабан ҡауыштыра. Тик иблис фиғелле тәүге мөхәббәте Исламды онота алмаған Сәриә ире менән бә­хетлеме һуң? Был һорауға тамашасы, спектаклде ҡарағас, үҙе яуап табыр. “Мин һине ай-ҡояшым итеп күтәргәй­нем!” тип Әлмөхәмәттең асырғанып ҡыс­ҡырыуына Сәриә: “Мин һинең менән ихлас йәшәнем”, – тип яуаплай. Ысынлап та, үткәндәрен бе­лергә телә­мәгән, уны нисек бар шулай ҡабул иткән Әлмөхәмәткә ул, ҡатын булараҡ, бар хистәрен биреп бөтөр­мәгәндер, әммә ике ҡыҙ бүләк итә. Гөлсибәре (Алина Әбдрәшитова башҡара) һау-сәләмәт донъяға килһә лә, эскелек сәбәпле Гөлсәриәһе атлай алмай.
Әлмөхәмәт Сәриәне күңеленән ебәрә алмай: ярата, көтә. Еңгәһе Ямал (Зәлиә Хафизова) менән ағаһы Шәйхел (Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисы Урал Зәйнуллин) уны әллә күпме ҡыҙ менән таныштырһа ла, берәүһен дә кәләш итеп алмай. Тәү күргәндә ғашиҡ булған Сәриәне көтә, уны ямғырлы көндә осратҡас та үҙ өйөнә алып ҡайта, йола буйынса мен­дәргә баҫтыра. Күпте күргән Бибизата ҡарсыҡ улының был ҡыланы­шын оҡшатмай, “ете-ят ҡыҙҙы, зат-ырыуын һорашмайынса”, килен итеп алып ҡайтыуына шөбһәләнә, һағая. Аҙаҡ, Сәриәнең матурлығын күреп, “төҫө барҙан төңөлмә” тип үҙ фатихаһын бирә. Күрәһең, берҙән-бер улының һөйөү тулы күҙҙәрен күргәс, кире ҡағырға әсә йөрәгенең көсө етмәй...
Сәриәгә тормош юлында яҡшы кешеләргә осрап, яҙмышын яҡты итергә мөмкинлектәр бирелә, әммә яуызлыҡҡа, элекке хистәренә ҡаршы тора алмауы арҡаһында ҡорған матур донъяһын үҙ ҡулдары менән емерә. Әлбиттә, быға әрһеҙ Ислам да ярҙам итә. Дөрөҫ, тәүҙә уны күргәс тә ҡатын барыһын иренә һөйләргә тырыша, һәләкәттең яҡынлауын йөрәге менән тоя, тик үҙендә быға ҡаршы торорлоҡ көс кенә таба алмай. Шул сағында Әлмөхәмәт, фермерлыҡ эшен алға ҡу­йып, уңыш йыйыуҙы тиҙләтмәһә, ҡа­ты­нының нисек өҙгөләнеүен аңлар­ға саҡ ҡына ваҡыт тапһа, кем белә, яҙмыштары селпәрәмә килмәҫ тә ине бит... Ошолай автор әҫәрҙә эскелек темаһын ғына күтәрмәй, унда ғаилә мөнәсәбәттәре лә, ҡәйнә менән килен яҙмышы ла, быуындар бәйләнеше лә, тормошоңдоң “ҡара һаҡалы” һине һәр саҡ эҙәрлекләп барыуы ла, ҡатын һәм ир араһы, социаль етемлек проблемаһы ла асыҡ сағыла.


“Һин тағы ла яҡшыраҡ булаһың...”


“Китмәгеҙ, торналар!” әҫәрендә кире образды – Ислам ролен – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов шул тиклем оҫта башҡара. Актерҙың йырлауы ла, үҙ образын бар тулылығында аса алыуы ла – уның ҙур уңышы.
Ислам образын сәхнәләштереү еңелдән булмағандыр. Геройҙың үҙ-үҙен һаҡларға этәргәндәй бер нәмәһе лә ҡалмаған, ышанысы ла юғалған. Шуға күрә ул һуңғы сиктә тигәндәй ҡа­баттан осратҡан Сәриәгә сат йәбешә, “бәлки, ул минең һуңғы кәрткә ҡуйылған яҙмышымдыр” тип ҡатын­дың ғаиләһен селпәрәмә килтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Аҡ өҫтөнә төшкән ҡара тап кеүек. Бибизатаны, Әлмө­хә­мәтте ҡәбергә илтә, Әлмөхәмәт йый­ған мал-мөлкәт иҫәбенә типтереп йәшәй, һуңғы сиктә, бар нәмәләрен таратып бөткәс, етем быҙауҙы ла һатып, “дүрт тояҡ урынына дүрт аяҡ” тип араҡы алып ҡайта, Гөлсибәр күҙ ҡараһылай һаҡлаған, себеш баҫырға ултырған һуңғы тауыҡ Сыбарҡайҙы ла ҡабымлыҡ итә.
Был хәл Сәриәнең күңелендә осҡон­ланған малды ишәйтеү теләген бөтөнләй һүндерә. Аҙаҡ ире Әлмөхә­мәт­тең үлемендә лә Исламдың туранан-тура ҡатнашлығы барлығын аңлағас, ҡыҙҙарын балалар йортона алып киткәс кенә, үҙендә ниндәйҙер көс табып, Исламға тәүге тапҡыр ҡар­шылыҡ күрһәтә. “Ни тиклем яңылыш­тым, ярҙам ит миңә, күтәр мине”, – тип ялбара Әлмөхәмәтенең рухына.
Әйткәндәй, режиссерҙың яңы алым­дары, әҫәргә яңыса килеүе спек­таклдең кульминация нөктәһен юға­ры­лыҡҡа күтәргән. Сәриәгә ышаныс ҡалдырғандай, уға балаларын ҡабат­тан күрергә мөмкинлек тыуҙырғандай...

Элек-электән башҡортта торнаға айырым ҡараш йәшәй. Тәү осраҡта Гөлсибәр үҙенең һеңлеһенә атлап китеү өсөн ошо ҡоштарҙан ярҙам һораһа, икенсеһендә уларға әсә кеше көс биреүҙе үтенеп мөрәжәғәт итә. Гөлсибәрҙең балалар йортонан яҙған хаты тамашасыларҙың күҙҙәрен йәшкә мансыны: ниндәй генә булһа ла, бала өсөн әсәнән дә яҡын, ҡәҙерле кеше юҡ шул. “Әсәй, мин һине яратам. Ислам ағай булмағанда, һин тағы ла яҡшыраҡ булаһың...” тигән һүҙҙәр, ниһайәт, әсә йөрәгенә барып етә, тамашасы күңелендә лә аҙағы яҡшы тамамланыр тигән өмөт ҡабына.


Яңылышҡан бәндәләр күңелен имләр


Премьерала авторҙың үҙенең ҡатнашыуы, сәхнәлә сығыш яһауы – тамашасы һәм артистар өсөн оло мәртәбә. Күренекле тәнҡитсе Белинский әйтеүенсә, драматургия – ул иң юғары шиғриәт. Бер яҡтан, тормоштоң төбөнә төшкән ғаилә яҙмышында ниндәй юғарылыҡ булһын инде, тип уйларға мөмкин. Ләкин бында автор иң өшәнес хәлдәрҙе тасуир иткәндә лә бөтөнләй төпкә төшмәгән: һуңғы һулышынаса иренә, уның рухына тоғро ҡалған Бибизата, һеңлеһенә аяҡ ҡалдырып китерҙәр тигән өмөт менән торналарҙы көткән Гөлсибәр, ҡатынын ай-ҡояшы, берҙән-бере итеп күтәргән Әлмөхәмәт һәм ғүмеренең һуңғы сигендә тәбиғәттән, атап әйт­кәндә, изге ҡош булып һаналған торналарҙан балаларына барып етәрлек көс һорап ялбарған Сәриә – барыһы ла бөйөк тәнҡитсенең һүҙҙә­рен раҫлағандай. Был, үҙ сиратында, режиссерҙың әҫәрҙе аса, тойомлау алыуына ла бәйлелер. Спектакль кешелә йәшәүгә булған ынтылыштың ни тиклем көслө булыуын күрһәтә. Сәриәнең һуңғы сиктәге аҙымы ла ошоно тулыһынса раҫлай.
Драма әҫәре бер ваҡытта ла тамамланмай, был – уның яҙылмаған ҡануны, тиҙәр. Һәр режиссер әҫәргә үҙе­нән нимәлер өҫтәй, рәссам яңыса яҡтырта, композитор моң һайлай. Шуға күрә лә дөйөм ижад емеше ул спектакль. Иманым камил, сәхнәнән 16 йыл төшмәгән “Китмәгеҙ, торналар!”­ҙың тәүге варианты кеүек үк, яңы спектакль дә үҙ тамашасыһын табыр, ҡыйырһытылған яҙмышлы, эске­леккә бирелгән бәндәләр күңелен имләр. Хоҙай ғүмер бирһә, автор әле уның әллә күпме театр сәхнәһендә яңынан тыуыуын, йәшәүен, йәшнәүен күрер.
“Янған йорт урынына ҡабаттан йорт һалып була ул, тик бына аҡ өҫ­тө­нә ҡара тап төшһә, шул ҡыйын”, – ти драмала Бибизата ҡарсыҡ. Уй­лан­дырырлыҡ һүҙҙәр. Кем белә, бәл­ки, ошо спектаклде ҡараған йәш ғаи­ләләр тормошон ҡара тапһыҙ – эс­келекһеҙ – башлар һәм шулай аҡ­тан-аҡ, пактан-пак көйө йәшәүен дауам итер...


Сибай ҡалаһы.
Читайте нас: