Эш программаһына ярашлы, “Торатау” конгресс-холында “Рәсәйҙең төрки телле халыҡтары мәҙәниәтен һаҡлау һәм уларҙың ҡеүәтен дәүләтте үҫтереү мәнфәғәтендә файҙаланыу” тигән форум уҙғарылды. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда “Туғанлыҡ” халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестиваленең этно-концерты булды, фойела халыҡ ижады күргәҙмәһе эшләне.