Ошо көндәрҙә Мәскәү ҡалаһында “Интермузей” халыҡ-ара музейҙар фестиваленә ярашлы “Музей гиды” форумы эш башланы.
Был мәртәбәле сарала, ошо өлкә оҫталарынан тыш, ғилем, туризм, урбанистика, медицина һ.б. тармаҡ белгестәре ҡатнаша. Форумдың темаһы – “Профессионалдар диалогы”.
Халыҡ-ара сарала Башҡортостандан Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Альбина Ярмуллина ла ҡатнаша.
Форумды ойоштороусы – В. Потаниндың хәйриә фонды.