Бөтә яңылыҡтар

Тормош – йырлап туймаҫ бер йыр

Халҡыбыҙҙың боронғо йырҙарын башҡарыусы­лар араһында үҙ төбәгенә генә хас үҙенсәлекле моңо, башҡарыу оҫталығы менән айырылып торғандар бар. Шуларҙың береһе – Әбйәлил ра-йоны Асҡар ауылында йәшәгән Мәрүә Ҡужәхмәтова.

Халҡыбыҙҙың боронғо йырҙарын башҡарыусы­лар араһында үҙ төбәгенә генә хас үҙенсәлекле моңо, башҡарыу оҫталығы менән айырылып торғандар бар. Шуларҙың береһе – Әбйәлил ра-йоны Асҡар ауылында йәшәгән Мәрүә Ҡужәхмәтова.


Һөнәре буйынса мәҙәниәттән йыраҡ тор­һа ла, халҡыбыҙҙың боронғо йырҙарын күңел түрендә йөрөтөп, көй-моңдарын хал­ҡына өләшкән хеҙмәт ветераны ошо көн­дәрҙә 80 йәшен билдәләй. Хәтере шәп, зи­һене яҡты, йәштәр кеүек дәртле ул әле лә.


Ғафури районының Мәндем ауылында донъяға килгән Мәрүә Ҡужәхмәтованың бала сағы ауыр һуғыш осорона тура килә. Әммә ауырлыҡтарға, тормош һынауҙа­рына һынмай ул, киреһенсә, сыныға ғына. Һәр ваҡыт йөҙөнән нур балҡыған инәйҙең тормошто һөйөүен, шаян, дәртле булыуын төҫмөрләү ҡыйын түгел. Ғүмер ебен һүткән саҡта Мәрүә Шәрифулла ҡыҙы үҙе күргән ауырлыҡтарҙы ла, заман михнәттәрен дә йылмайып бәйән итә. Бәғзе берәүҙәр ке­үек зарланмай ул, киреһенсә, шул осор­ҙоң тик яҡшы яҡтарын һөйләргә тырыша.


– Ауылдағы мәктәпте тамамлағас, Стәр­летамаҡҡа ебәрҙеләр. Элеваторҙа эшлә­нем, төҙөлөштә лә бил бөктөк. Бала саҡтан төрлө хеҙмәт күреү беҙҙең быуын йәштәрен тиҙ өлкәнәйтте. Йәшлегебеҙҙең сәскә атҡан ваҡытында ир-ат башҡарырға тейешле хеҙмәттәрҙе атҡарҙыҡ, ҡулдары­быҙ ҡатып, һөйәлләнеп бөтөр ине. Бер юлы белем дә алдыҡ. Нисек кенә ауыр бул­маһын, һәр саҡ көлөшә-йырлаша эш­лә­нек. Йыр минең тормошомдо еңеләйтте, йәшәргә көс бирҙе, – тип хәтер йомғағын һүтте Мәрүә инәй.

Тап ошо Стәрлетамаҡ ҡалаһында осрата ул буласаҡ ғүмер юлдашын. Төҙөлөш техникумында белем алған Ейәнсура егете Рәсүл Шәйхетдин улы Ғафури һылыуын тәү күреүҙән үк оҡшата. Йәштәр 1967 йылда өйләнешә. Уҡыу йортон тамамлап, ҡулына диплом алған Рәсүл Ҡужәхмә­товты 1969 йылда Әбйәлил районы Асҡар ауылы ойошмаһына прораб итеп ебәрәләр. Мәрүә Шәрифулла ҡыҙы ла төҙөлөштә эшләүен дауам итә.


– Икебеҙ өсөн дә сит төбәк булһа ла, әбйәлилдәр беҙҙе бик матур ҡаршы алды. Районда иремдең ҡулы теймәгән, ул төҙө­мәгән бер йорт та, объект та ҡалмағандыр. Төҙөлөштөң һәр ерендә уның оҫта ҡулдары, аныҡ аҡылы, үткер фекере сағыла. Хатта өйгә йоҡларға ғына ҡайтҡан ваҡыттары ла булды, әммә мин уны һәр саҡ көтөп, балаларҙы ҡарап, хәләлемдең хеҙмәтен аңлап йәшәнем. Үҙе бик яҡшы кеше булды, хәстәрлекле, уңған, ғаиләһе өсөн өҙөлөп торҙо, – ти инәй.


Рәсүл Ҡужәхмәтов Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе булып таныла, әле Асҡарҙың Көнсығыш биҫтәһендә уның исемен йөрөткән урам бар.


Бала саҡтан йырсы булырға, Өфө сәхнәләрендә сығыш яһарға хыялланһа ла, Мәрүә Шәрифулла ҡыҙына ундай мөмкинлек булмай. Әммә ул йөрәгенән урғылып торған йыр-моңдо халыҡҡа өләшеүҙән туҡтамай: төрлө байрамдарҙа, мәҙәни сараларҙа халыҡты хайран итә, ил­һамландыра. Йәштән райондың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй, төрлө кон­церт­тарҙа ҡатнаша, йыр конкурстарында призлы урындар яулай. 2000 йылдан алып әлегә ҡәҙәр – урындағы “Ынйы” вокаль ансамбленең алыштырғыһыҙ етәксе­һе. Халыҡ йырҙарынан бигерәк тә “Һан­ду­ғас”, Таштүрә”, “Юлғотло”но яратып башҡара.


Ансамбле менән дә, үҙе айырым да “Мин яратам һине, тормош!” республика конкурсында ҡатнашып, күп тапҡыр лауреат исемен һәм призлы урындар яулай. Бөгөн дә “Ынйы”лар район мәҙәниәт тормошонда ынйылай балҡып сығыш яһауын дауам итә. Коллективтың яңынан-яңы репертуар булдырыуы, сәхнә кейемдәре тектереүе лә етәксенең тырышлығына бәйле. Шулай уҡ ул район инвалидтар ойошмаһының Һуҡырҙар йәмғиәте рәйесе лә.


Тиҙҙән һикһән йәшен билдәләргә йы­йынған хеҙмәт ветераны әле булһа халыҡ йырҙарын бар тулылығында башҡара алыуы менән хайран итә. Шуныһы һоҡлан­дыра: уның күңеле һәр саҡ йырлай, моңо һәр кемде ҡанатландыра, дәртләндерә. Йәш күренеүе лә тормошто яратыуынан, ҡайғыны ла, шатлыҡты ла йыр-моң менән баҫыуынандыр, күрәһең.


Өҫтәүенә һаман да баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, төрлө йәшелсә, сәскә үҫтерә. Аш-һыуға оҫта, ҡул эштәренә маһир.

Ике тиҫтәгә яҡын йыл инде улы Азат, килене Айһылыу менән татыу, бер-береһен аңлап донъя көтәләр. “Ҡәйнәмә ҡарап бар яҡлап өлгө алам, уның сабыр ҙа, дәртле лә булыуына һоҡланам”, – тигән килене.


Әйткәндәй, Мәрүә инәйҙең ейәнсәре Ләйсәнде, хас та өләсәһенә оҡшаған, тиҙәр. Ул да вокаль ансамбленә йөрөй, бейей, өләсәһенән халыҡ йырҙарын өйрәнергә лә ваҡыт таба. Кем белә, бәлки, инәйҙең йырсы булыу хыялын ейәнсәре тормошҡа ашырыр.


Бәхетле әсә, хәстәрлекле өләсәй, хөрмәтле ҡәйнә, алыштырғыһыҙ етәксе Мәрүә Ҡужәхмәтованың ун ейән-ейәнсәре, һигеҙ бүлә-бүләсәре бар.


Әбйәлил районы.
Читайте нас: