Бөтә яңылыҡтар

"Сәсмәүерем-селтәрем" күҙҙәрҙе ҡамаштырҙы

Милли кейемгә ҡарата иғтибар һәм ихтирамды арттырыу, биҙәүестәргә заманса төҫ биреү, уларҙы дөрөҫ эшләү һәм йәштәргә өйрәтеү маҡсатында дүртенсе йыл рәттән Сибайҙа башҡорт милли кейеме байрамы ойошторола.

Автор фотолары.
Автор фотолары.
Милли кейемгә ҡарата иғтибар һәм ихтирамды арттырыу, биҙәүестәргә заманса төҫ биреү, уларҙы дөрөҫ эшләү һәм йәштәргә өйрәтеү маҡсатында дүртенсе йыл рәттән Сибайҙа башҡорт милли кейеме байрамы ойошторола.


“Сәсмәүерем-селтәрем” IV төбәк-ара башҡорт милли кейемдәре фестиваль-конкурсы 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклоридаһына бағышлап уҙғарылды. Байрамда республиканың төрлө район-ҡалаларынан һәм күрше өлкәләрҙән оҫталар ҡатнашты.
Сарала ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, милли кейем, кейеҙҙән яһалған төрлө әйберҙәр күргәҙмәләре ойошторолдо, оҫталыҡ дәрестәре үтте, конкурсанттар селтәр эшләү, кейеҙгә биҙәк төшөрөү кеүек ярыштарҙа көс һынашты.
Ҡаланың төрлө ойошма-учреждениелары, уҡыу йорттары вәкилдәренең, ҡунаҡтарҙың сағыу милли кейемдә парадтан үтеүе байрамға үҙенсәлекле йәм өҫтәне. Һынау тотоусылар үҙҙәре теккән, бәйләгән, сиккән әйберҙәрен дефилела күрһәтеп, баһалама ағзалары хөкөмөнә сығарҙы.
Сибай милли кейемдәрҙең сағыулығынан, селтәр, уларҙы кейгән ҡатын-ҡыҙҙың илаһи матурлығынан, гүйә, йәйғор төҫтәрендә балҡыны, күҙҙәрҙе ҡамаштырҙы.
Читайте нас: