Бөтә яңылыҡтар

Ағинәйҙәр йәмләй һәр байрамды

Элек-электән тормошобоҙҙа ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар һүҙе ҙур әһәмиәткә эйә. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә уларҙың өлөшө айырыуса баһалап бөткөһөҙ: өләсәйҙәр мәктәбе, олатайҙар аҡылы, сәсәндәр һүҙе, ағинәйҙәр нәсихәте, аҡһаҡалдар кәңәше һәр ваҡыт иң юғары урында.

Автор фотолары.

Баймаҡ районында үткән һабантуйға республикабыҙҙың төрлө райондарынан, күрше өлкәләрҙән ағинәйҙәр килде. Милли кейемдәр кейгән, селтәр-ҡашмауҙар һалған инәйҙәр сараның иң матур биҙәге, йәме булды. Республика ағинәйҙәре ҡоро етәксеһе Гөлфиә Янбаева етәкселегендәге делегация вәкилдәре үҙ-ара фекер алышты, халҡыбыҙҙың йәшәйешенә бәйле төрлө проблемаларҙы күтәрҙе, уларҙан сығыу юлдарын эҙләне. Шулай уҡ ағинәйҙәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтте.

Бәхетленең ҡунағы бер көндә тигәндәй, ошо рәүешле баймаҡтар өсөн район һабантуйы икеләтә байрамға әйләнде.