Бөтә яңылыҡтар

"Любизар" – Мәскәүҙә!

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Мәскәүҙә “Дәүерҙәр һәм заманалар” тарихи фестивале башланды. Ул 16 июнгә тиклем барасаҡ.

Урал Мортазиндың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Урал Мортазиндың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Мәскәүҙә “Дәүерҙәр һәм заманалар” тарихи фестивале башланды. Ул 16 июнгә тиклем барасаҡ.


Сағыу тамашала “Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы ла ҡатнаша.


“Беҙ Мәскәү халҡын һәм ҡунаҡтарҙы 1814 йылда рус армияһы составында Парижға беренсе булып барып ингән Төньяҡ амурҙарының данлы тарихы менән таныштырабыҙ. Яныбыҙға билдәле актер Дмитрий Певцов та улы менән килеп китте”, – тип яҙҙы “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә танылған милләттәшебеҙ Урал Мортазин.
Фотоһүрәттәрҙән күренеүенсә, Дмитрий Певцов бик ҡәнәғәт, башҡорт мөхитендә үҙен бик иркен тоя.
Читайте нас: