Бөтә яңылыҡтар

Был ерҙә Рәшит Назаров тыуған!

“Башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, бөтә төрки, хатта донъя әҙәбиәтендә һоҡланырлыҡ шағир. Ул шиғриәт йондоҙлоғонда бар сағылышы менән һәммә халыҡты таң ҡалдырып, һоҡландырып, тирә-йүнде бер мәлгә атылған йондоҙҙай балҡытҡан талантлы әҙип. Шиғриәт донъяһы уны бер мәлгә генә дөрләп янған ялҡынлы ҡосағына ҡыҫа ла мәңгелеккә бушлыҡ упҡынына ташлай. Ғүмере уның атылған йондоҙҙай”. Был һүҙҙәр Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Назаров хаҡында.

“Башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, бөтә төрки, хатта донъя әҙәбиәтендә һоҡланырлыҡ шағир. Ул шиғриәт йондоҙлоғонда бар сағылышы менән һәммә халыҡты таң ҡалдырып, һоҡландырып, тирә-йүнде бер мәлгә атылған йондоҙҙай балҡытҡан талантлы әҙип. Шиғриәт донъяһы уны бер мәлгә генә дөрләп янған ялҡынлы ҡосағына ҡыҫа ла мәңгелеккә бушлыҡ упҡынына ташлай. Ғүмере уның атылған йондоҙҙай”. Был һүҙҙәр Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Назаров хаҡында.


Данлыҡлы яҡташы менән ғорурланып йәшәй Ауырғазы халҡы. Быйыл көҙгә ша­ғирҙың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы, 2019 йыл “Рәшит Назаров йылы” тип иғлан ителгән. Уға ярашлы бихисап саралар үткәрелә. Күптән түгел Талбазы башҡорт гимназияһында уҙғарылған байрам да әҙиптең ижадына хөрмәт, йәш быуында уға ҡарата һөйөү уятыу ниәтенән ине.
Тәүҙә “Сәләм, яҡташтар!” исемле клас­тан тыш дәрес ойошторолдо. Уны үҙен­сәлекле һәм йәнле итеп алып барҙы уҡыусылар, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙеләр. Сәхнә түрен биләгән арҙаҡлы яҡташтары – яҙыусы, ғалим Рәшит Шәкүр, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы доценты, филология фәндәре кандидаты Ләйлә Хөсәйенова, уҡытыусы, шағирә Минира Бикәнәсова уҡыусыларға үҙҙәренең бала сағы, нисек ижадҡа тотоноуы хаҡында һөйләне.

– Оло йәшкә еткәс, армиянан ҡайтҡас, үҙемдең ҡайҙа кәрәклегемде аңланым. Бығаса нефть техникумын тамамлаһам да, тел һәм әҙәбиәт белгеслегенә уҡырға индем. Яратҡан шөғөлөгөҙҙө, һөнәрегеҙҙе эҙләргә тырышығыҙ. Ваҡытығыҙҙы әрәм итмәгеҙ, ҡыйыу булығыҙ, – тип кәңәш бирҙе аҡһаҡал.
“Яҙ һин, ҡәләм” тип аталған һөйләшеү йәнле барҙы. Балалар, йыйылған ҡунаҡтар өлкәндәрҙең фәһемле сығышын йотлоғоп тыңланы. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Баш­ҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев етәкселегендәге сара Рәшит Назаров исемен мәңгеләштереү, юбилейын республика күләмендә билдәләүгә әҙерләнеү буйынса фекер алышыу юҫығында барҙы.
– Быйыл ғына мин шағир тыуған төбәктә бер нисә тапҡыр булдым, – тине Зәки Арыҫлан улы. – XX быуатта башҡорт шиғриәтенең юғарылығын билдәләгән Рәшит Назарҙың ижады, уның рухы беҙҙе гел ошо төбәккә саҡырып торасаҡ.

Ғалим, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Рәшит Шәкүр шағирға бәйле иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
– Мин ул көндө бөгөнгөләй хәтерләйем, – тине ул. – Рәшит Назаровтың ҡулъ­яҙмаһын тикшергәндән һуң, Назар Нәжми ағай ҡыуанысынан: “Шағир астым, шағир астым”, – тип һөрән һалып йөрөгәйне. Ысынлап та, Рәшит Назар башҡорт шиғриәт донъяһын 18 йәшендә генә тетрәткән, ошо ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә танытып өлгөргән шәхес булды. Уның биш-алты йыл арауығында ижад итеп өлгөргән ижады – бөгөнгө көндә лә юғарылыҡ билдәһе.
Һәр төбәк үҙенең шәхестәре менән билдәле, теге йәки был урындың данын тап шул ерлектән сыҡҡан аҫыл ул-ҡыҙҙар биҙәй. Ошо йәһәттән Рәшит Шәкүрҙең Аҡмулла, уның халыҡҡа кире ҡайтарыу өсөн көс һалыуы хаҡында һөйләүен барыһы ла йотлоғоп тыңланы, шағирҙың юбилейы айҡанлы бөгөн Талбазы башҡорт гимназияһына уның исемен биреү урынлы булыуын билдәләне.
– Бөйөк сәсәнебеҙ ауылы Туҡһанбайҙы 80-се йылдарға тиклем ғәләм белмәй ине, – тип һүҙен дауам итте ул. – Аҡмул­ланың исемен халыҡҡа ҡайтарып, юбилейын билдәләгән йылдарҙа ул танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Төрлө яҡтан мәртәбәле ҡунаҡтар килде. Бөгөн иһә был ауылды күрмәгән ҡунаҡ юҡтыр. Уның әҫәрҙәре төркмән, ҡарағалпаҡ, ҡырғыҙ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. Бөгөн Башҡорт дәүләт педагогия университеты ла ошо исемде лайыҡлы йөрөтә. Бының менән мин, беҙ шәхесте ваҡытында күтәрһәк, аҙаҡ ул беҙҙе, йәшәгән еребеҙҙе күтәрәсәк, тип әйтергә теләйем. Замандың һүҙе заманында әйтелһен ине.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Рөстәм Ғиләжетдинов та үҙ сығышында яҙыусының фекерен ҡеүәтләне. “Талбазыны халыҡ, ғәҙәттә, өс кирбес заводы эшләгән ауыл булараҡ белә. Беҙҙә бына тигән шәхестәр ҙә үҫкән. Ауырғазыны Рәшит Назарҙың тыуған ере булараҡ та танып торорға тейештәр”, – тине ул.


Ауырғазы районы.
Читайте нас в