Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика бүлеген тамамлап, “Китап” нәшриәтендә биҙәлеш мөхәррире булып икенсе йыл эшләп йөрөгән мәлем. Бер саҡ Аҡ йортҡа Фазлетдин ағай менән икебеҙҙе саҡырып, Башҡортостан гербының эскизын эшләргә ҡуштылар.
Әлбиттә, геральдика ҡанундарын йүнләп белеү юҡ. Башҡорттоң бар булмышы – яуҙа ла, көнкүрештә лә тоғро юлдашы ат образы күҙ алдына баҫты, унда ла ябай ат түгел, ә әкиәттәге ҡанатлы Аҡбуҙат булып. Һәм ул шул һүрәттә аҡ ҡағыҙға төштө.
Ваҡыт тар, конкурс үтте, хеҙмәттәшем, ҡылҡәләм оҫтаһы Фазлетдин Ислахов еңеүсе тип табылды. Әлбиттә, әкиәттәге ҡанатлы ат һыны түгел, ә күп тикшерелеп һынауҙар үткән, Ағиҙелдең текә ярына үрә баҫып торған атына менгән милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленең һыҙымы өҫтөнлөк алды. Артабан оҙаҡ йылдар, ул хаҡлы ялға сыҡҡансы, бергә эшләнек. Ул төшөргән һүрәттәр үҙҙәренең теүәллеге, камиллығы менән айырылып торҙо...