Бөтә яңылыҡтар

Кино сәнғәте легендаһы – Өфөлә

“Евразия йөрәге” сиктәрендә билдәле серб режиссеры Эмир Кустурицаның сығыш яһауы хаҡында хәбәр иткәйнек. Ул үҙенең “No Smoking Orchestra” исемле төркөмө менән сығыш яһауынан тыш, “Торатау” конгресс-холлында кино сәнғәтенең урындағы эшмәкәрҙәре менән дә осрашты.

Эмир Кустурица. Европаның билдәле кинофестивалдәрендә юғары наградаларға эйә режиссер, актер кино һөйөүселәргә яҡшы таныш.

“Башҡортостан” киностудияһы директоры Юнир Әминев Эмир Кустурицаны 24-27 августа Өфөлә үтәсәк “Аҡбуҙат” Халыҡ-ара кинофестиваленә мәртәбәле ҡунаҡ итеп саҡырҙы. Әммә режиссер быйыл ваҡыт яғы тығыҙ булыуы, август аҙағында Францияла концерт менән сығыш яһауы хаҡында әйтте.

Эмир Кустурицаны республикалағы этнотөркөмдәр ҡыҙыҡһындыра икән. Ул шундай коллектив менән танышып, уны үҙенең йыл да үткән музыкаль фестивалендә сығыш яһарға саҡырырға теләүе хаҡында хәбәр итте.

“Һуңғы егерме йыл дауамында музыка ярҙамында ял итәм, сөнки кино төшөрөү – архитектор ҙур өй төҙөгән кеүек бик яуаплы, ауыр эш”, – тине режиссер үҙенең йыр сәнғәте өлкәһендәге эшмәкәрлеге хаҡында.

Фото: Булат Йосоповтың сәхифәһенән