Мәскәүҙәге Башҡортостан студенттары ассоциацияһы BashStudents заманса яңы ижади эш атҡарырға йыйыныуҙары хаҡында хәбәр итте. “Әлифба” тип аталған был проекттың төп маҡсаты – йәштәр өсөн ҡыҙыҡлы тип табылған китаптарҙы башҡортсаға тәржемә итеү.
Тота килеп кенә теләһә ниндәй китапты башҡортсаға ауҙарыу дөрөҫ тә булмаҫ ине, шуның өсөн башта Башҡортостан студенттары ассоциацияһы BashStudents баш ҡалалағы йәштәр араһында тауыш биреү ойошторҙо.
“Бәйләнештә” социаль селтәрендә (54 тауыш), Инстаграмда (23) барған тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Роберт Кийосакиҙың “Бай атай, ярлы атай” китабы һайлап алынды. Шәп идея, шулай бит!
Ҡайһы берәүҙәрҙең “Ә ни өсөн нәфис әҙәбиәт түгел?” тип һорауы ла ихтимал. Бының менән махсус белгестәр ҙә шөғөлләнә ала, ә йәштәр үҙҙәренә оҡшаған, күңелдәренә ятҡан китапҡа туҡтаған. Был – уларҙың күмәк тауыш биреү юлы менән һайлаған китабы!
Әйткәндәй, китапта шундай юлдар бар: “Еңеүселәр өсөн еңелеү илһам сығанағына әйләнә. Ә уңышһыҙҙар өсөн еңелеү өмөттәр селпәрәмә килеүгә тиңләшә”.
Йәнә лә берәү: “Тормош бөтәһенең дә кәрәген бирә. Әммә берәүҙәр бирешә, ә икенселәр ҡаршы тора. Бары тик һирәктәр һабаҡ ала һәм артабан атлай. Ундай кешеләр тормош туҡмаҡтарына ҡыуана. Улар өсөн һәр туҡмалыу ниндәйҙер яңылыҡ белергә тейешлектәре хаҡында аңлата. Улар һабаҡ ала һәм артабан хәрәкәт итә. Күпселек тота ла бирешә, ә ҡайһы берәүҙәр – бына һинең кеүектәр – көрәшә!”
Тәржемә менән ассоциация әүҙемселәре Хасбулат Абдуллин, Ынйы Әбсәләмова, Зилиә Агишева, Әлиә Әлимғужина, Сәлимә Әхмәрова, Наҙгөл Әхмәтшина, Минзилә Даниярова, Вәрис Исҡужин, Ильяс Исхаҡов, Эльвира Йәрмөхәмәтова шөғөлләнәсәк.
Тәржемә ителгән китаптың электрон варианты интернетҡа ҡуйыласаҡ, уны һәр кем уҡый аласаҡ. Был хаҡта йәштәр социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итәсәк. Тәржемә эше еренә еткерелеп башҡарылғас, иң әүҙем эшләгәндәргә Башҡортостан Яҙыусылар союзының Маҡтау ҡағыҙҙары, китаптар тапшырыласаҡ. Өлөшләтә китапты башҡорт матбуғатында баҫыу ҙа күҙ уңында тотола. Бик етди эшкә тотонған йәштәр! Сифатлы итеп тәржемә итергә яҙһын донъяның бик күп илдәрендә популярлыҡ менән файҙаланған был йыйынтыҡты!