Донъя тып-тын. Донъя ҡараңғы... Ҡалай бөтә яҡтан ҡыҫып килгән һиллек баҫҡан шау-шыулы был ер өҫтөн!.. Ошондай ауыр тынлыҡ ҡапыл ғына йөрәкте өшөтөп, ҡурҡыныс, ят донъяға оҡшап ҡалған. Ниңә бер тауыш та ишетелмәй, ни эшләп гөрһөндөләр яңғырамай, был саҡлы ла ниндәй дөм ҡараңғылыҡ биләгән? Әллә... әллә ахырызаман етеүе ошо буламы икән?..
Рәмзил бер нисә секунд эсендә буталсыҡ уйҙар кисерергә өлгөрҙө. Ул, имәнес төштән һиҫкәнеп уянған кешеләй, бер ни аңламай, һаман да ҡара томандар араһында сыбаланды. Егет үҙенең ҡайҙа ятыуын айырырға тырышып, тирә-йүнгә баҡмаҡсы булды, әммә күҙ ҡабаҡтары асылмай, әйтерһең, ниҙер баҫҡан, башҡа саҡта сылт-сылт һикереп уйнаған керпектәре, балауыҙ һыланғандай, бер-береһенә йәбешеп уҡмашҡан. Ул ҡуҙғалмаҡсы итте, былай хәрәкәтһеҙ ятырға ярамай, тик ҡымшанырлыҡ та түгел, өҫтөнә ҡурғаш ауырлығындай йөк өйөлгән, әйтерһең.
Ысынлап та, ҡайҙа һуң ул? Ни эшләп япа-яңғыҙ ҡалған әле? Иптәштәре ниңә һүҙ ҙә өндәшмәй?..
Рәмзилдең башына өҙөк-өҙөк аң йүгерә башланы. Ҡолағына, бына әле генә һымаҡ, тауыштар килеп бәрелде.
– Алға! Алға!.. Траншеяларҙан бәреп сығарырға!..
Кемдәрҙер ҡысҡыра, кемдәрҙер өҙгөләнә: “Аһ!..”
Ҡапыл шартлау... Шунан ары Рәмзил бер ни ишетмәне: әле генә бар тирәне шаулатҡан ығы-зығы “һә” тигәнсә йәһәннәмгә китеп олаҡты...
Ҡуҙғалырға итте. Яурынын кирә биреп, беләктәрен ике яҡҡа йәйергә ниәтләне. Тик уң ҡулын ҡыбырлатыу менән ҡаты ыңғырашып, йәнә аңҡы-тиңке килде. Артабан... артабан да тынлыҡ...
Күпме ятҡандыр, уныһын хәтерләмәй ҙә Рәмзил. Бәлки, бер сәғәт, бәлки... бер тәүлек. Инде бер ниндәй ҙә өн-тын ишетелмәй. Көнмө хәҙер, төнмө – Хоҙай үҙе генә беләлер.
Ыңғырашып, оҙаҡ ятты егет. Ваҡыт үткән һайын, хәле мөшкөлләнә барыуын һиҙҙе: ут эсендә янған да кеүек, йә еңеләйеп тә киткән төҫлө. Бер аңына килә, бер килке ниндәйҙер тәрән упҡынға осҡандай.
Сеү!.. Уның өҫтөнән ҡыштырлап, кемдер атлап үтте түгелме? Бер былай, бер тегеләй, дөп-дөп кемдеңдер аяҡһыуы был. Ни булһа ла булһын, Рәмзил, ҡыҫыла барған күкрәген тултырып, көслөрәк тауыш бирҙе. Өҫтә лә кемдәрҙер һөйләште буғай. Һүҙҙәре аңлашылманы, әммә уныһы мөһимме инде хәҙер, Хоҙай бәндәһе ошо ҡәберлектән генә ҡотҡарһын уны. Яңынан барлыҡ көсөн йыйып, тамаҡ ярып, өн бирҙе Рәмзил.
Өҫтә тағы ла һөйләшеү, аяҡ тауыштары, көрәк менән ерҙе аҡтаралар, күрәһең. Сәғәткә тиң оҙон, хәтәр минуттар: ниндәй яҙмыш көтә уны, өҫтәгеләр кемдәр – өмөтөңдө балта менән сабып өҙөр кешеләрме, әллә ялғаусылармы?..
Ят тауыштар әкренләп яҡыная бара. Өҫтәге ауырлыҡ та бер аҙ еңеләйгәндәй. Тимәк, йәһәннәмдән уны һөйрәп сығарырға уйлайҙар.
Рәмзил дә уларға ярҙам итмәксе: тирә-яҡҡа тупраҡты этмәксе.
Әлеге уң ҡулын ҡуҙғатыуы булды, йәне һурылдымы, бөтә тамырҙарына тиклем ҡорошто, үтә ауыртыу тәнен ҡапыл шартлатҡандай урап алды. Артабан ул бөтөнләй юғалып ҡалды: бер ни һиҙмәй ҙә, ишетмәй ҙә, был донъянан юҡҡа сыҡты, әйтерһең...
Рәмзил яңынан аңына килгәндә, йәнә билдәһеҙ бер ҡараңғылыҡ эсендә ята ине. Өҫтөндәге ауыр йөк кенә ҡайҙалыр һыпырылып ташланған, тирә-яҡтан ҡоршау ҡыҫмай хәҙер.
– Һыу... Һыу... – Ул уртына ҡатҡан телен көскә әйләндерә алды. Тәне яна, тамаҡ кипкән, ҡулын ҡуҙғатырлыҡ түгел, бәйләнгән.
Өҫтә, шығырлап, ниҙер асылды. Һуҙылып ҡына тоноҡ яҡтылыҡ һирпелде. Баҙлауыҡтай ғына ошо яҡтылыҡ айнытып ебәргәндәй итте Рәмзилде, тирә-йүнгә күҙ һирпергә көс өҫтәне. Ул аңлайышһыҙ бер ҡаралтының мөйөшөндә ятҡанын шәйләне.
Баҫҡыс буйлап май шәме тотҡан ҡыҙ баланың төшөп килеүе күренде. Кемдәр ҡулына эләккән ул, әсирлеккә алынғанмы – яҡтылыҡ балҡышынан да етеҙерәк уй йүгереп үтте башынан һалдаттың. Әммә уй тиҙ юғалды, сарсауы көслөрәк булып сыҡты.
Ниндәйҙер телдә ҡыҙ ҙа тауыш бирҙе. Аңламаны уны Рәмзил. Янына килеп баҫҡас, ҡыҙ ҡапыл урыҫсаға күсте.
– Ни кәрәк һиңә? Әллә ниндәй телдә өндәшәһең.
Шунда ғына Рәмзил һыуҙы башҡортса һорағанын төшөндө. Ул да ни теләгәнен урыҫса белдерҙе.
Ҡыҙ “йылп” итеп баҫҡыс буйлап күтәрелде. Күҙ асып йомған арала, яңынан Рәмзил эргәһенә килеп баҫты. Бер ҡулы менән егетте ҡосаҡлап башын күтәрҙе, икенсе ҡулындағы һыулы сеүәтәне ирененә терәне.
– Хи, – тине ул үҙ телендә, унан урыҫсаға күсте. – Эс аҙ ғына.
Рәмзил бер-ике уртларға ғына өлгөрҙө, сеүәтәне тартып та алды ҡыҙ.
– Әй, күп эсергә ярамай, тәнең һыуыныр.
Рәмзилгә, ымһынып, сеүәтә артынан муйынын һоноуҙан башҡа сара ҡалманы. Аҙ ғына ирен сылатһа ла, еңеллек өҫтәлгәндәй булды егеткә. Үлә яҙып сарсағанда, һыуҙан да татлыраҡ ни бар икән донъяла!..
Тыныслана төшкәс, егет һынаулы һәм һораулы ҡараш ташланы ҡыҙға.
– Мин ҡайҙа ул, нишләп бында килеп эләктем?
– Һин беҙҙә, өйөбөҙҙөң подвалында. Боевиктар күрмәһен тип, йәшереп ҡуйҙыҡ. Яралыһың һин, ҡулың иҙгеләнгән, әсәйем үҙ белдегенә генә бәйләштереп, шәфҡәт туташын эҙләп йүгерҙе. Хәҙер әйләнеп ҡайтыр, сыҙа инде, һалдат.
Ҡыҙ шулай урыҡ-һурыҡ аңлатып, Рәмзилдең эргәһенә үк эйелде. Үҙе ҡулындағы сеүәтәһен әйләндергеләп, “хи, хи” тип ҡабатланы.
– Һин беҙҙеңсәгә яҡынлаштырып әйтәһең “хи”ҙы, урыҫ түгелһең, ахыры.
– Башҡортса әйтәм мин: һыу, һыу.
– Ә-ә, башҡортса, мосолмансамы ул?
Ҡыҙ мөләйем, бер ҡарағанда, һеңлеһенә оҡшаған. Йәше лә һеңлеһе самаһында булыр: ун дүрт, ун биш тирәһе.
Күпмелер һүҙгә арбалып, беләгенең һыҙлауын да онота бирҙе һалдат. Инде тороп ултырырға ла ниәтләгәйне,
ҡуҙғала алманы, өҙөп ауыртыу һынын ҡатырҙы. Ҡыҙ ҙа кескәй, йомшаҡ ҡулдары менән һаҡ ҡына күкрәгенә баҫты.
– Ҡуҙғалмағыҙ, ололар һүҙен тыңларға кәрәк, әсәйем тик кенә ятып торһон тип иҫкәртте.
Ул арала өй ишеге шығырланы. Ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде.
Ҡыҙ йылғыр йәнлек етеҙлеге менән өҫкө ҡатҡа үрмәләне. Өҫтә әкрен генә һөйләшеүҙәр иғтибарын тартты егеттең. Ҡайһы бер һүҙҙәрен аңлағандай ҙа итә Рәмзил. Әлеге “хи” һүҙен йыш телгә алалар былар.
Бер аҙҙан шәм тотоп ике ҡатын төштө уның янына. Улар артынан Айсет та күренде, ҡулында шыйыҡсалы быяла һауыт та бар. Ҡатындар үҙҙәренсә ниҙер әңгәмәләшә башланы. Рәмзил уларҙың теленән “мосолман” тигәнде генә аңланы. Йәлләйҙәр ине булһа кәрәк егетте, күҙ ҡараштары шул хаҡта һөйләй.
Күпмелер фекерләшкәндән һуң, өлкәнерәге яралыға эйелде, маңлайына усын баҫты, күҙ ҡабаҡтарын күтәреп ҡараны. Йылылыҡ килеп бәрелде Рәмзилгә, өмөт сатҡылары һикереште.
– Бер аҙ ғына түҙергә тура килер инде, улым, сисендереп, яраңды бәйләмәй булмаҫ, – тине әлеге ҡатын, ҡараштырып, һыйпаштырып алғас.
– Түҙермен, түҙермен... – Теш аралаш ризалығын белдерҙе һалдат.
Сисендереү еңелдән булманы. Яралы ҡулды ең эсенән сығарыу өсөн кейемде киҫкеләргә тура килде. Ҙур, үткер ҡайсы “ҡыж-ҡыж” гимнастеркаһын ярғыланы.
Рәмзилдең уң ҡулы терһәк тирәһендә бөтөнләй сәрпәлгән. Ҡатындар бер-береһенә аптырашҡан ҡараш ташланы. Уларҙың һөйләшеүенән шуны аңланы егет: күп ҡан юғалтҡан, ошо килеш нисек иҫән ҡалған был?!. Ҡан ағыуын туҡтатыр өсөн терһәктән өҫтәрәк беләген ҡыҫып бәйләнгәндән һуң, яраны үткер, әрнеткес шыйыҡса менән һөртөп, бинт һалдылар. Иҫ киткес ыҙаланыу кисерҙе Рәмзил: күҙҙәре тоноҡланды, бер кеше икәү-өсәү булып күренде.
Ҡатындар һаман үҙ-ара кәңәшләште, борсолоуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан.
– Юнысты эҙләп табырға кәрәк, ул ни әйтер: ҡотҡарып булырмы быны? – тине өлкәнерәк ҡатын.
– Ҡайҙан эҙләргә икән һуң уны?
– Урыны билдәле инде: яралылар янында... Юныс кәрәк хәҙер, Юныс. Мин, кисекмәй, эҙләп китәйем. Тапһам, алып килермен.
Өлкән ҡатын өтәләнеп китергә йыйынды.
– Йәһәтерәк бул инде, Хазбикә, хәле ҡыл өҫтөндә бит уландың, – тип хәсрәтләнеп-ялбарып оҙатты уны икенсеһе. Унан ҡыҙға әйләнде: – Бар, Айсет, ишекте бикләп ҡал, сит-ят кеше килеп инмәһен, күргәндән күрмәгәндәре яҡшы.
Ҡыҙ менән әсә артабан да һалдат тирәһендә өйрөлдө. Йомшаҡ әйберҙәр түшәп, шунда күсерҙеләр егетте, өҫтөнә лә йылы әйбер яптылар.
– Йә, тынысланып ҡына ятып тор инде, – тип, өҫтөнә япҡан әйберен йүнәтеп ҡыҫтырғыланы әсә кеше. – Бәлки, бер аҙ серем дә итә алырһың әле.
Айсет һаман да үҙенсә ҡайғыртыуын белдерҙе.
– Әсәй, ул асыҡҡандыр, моғайын, бер туҡтауһыҙ ғолт-ғолт төкөрөгөн йота. Әллә һөт йылытып эсерәйемме?
– Эсер, ҡыҙым, тамағы ялғаныр, кем белә уның ҡасан ашағанын.
Ҡыҙ тиҙ генә өҫкә күтәрелеп, табаҡ-һауыт шылтыратты. Әсә кеше лә подвалдан сыҡты. Яңғыҙ ҡалғас, нисектер, Рәмзил борсолоп ҡуйҙы. Кешегә күпме мәшәҡәт тыуҙырҙы бит. Ул мәшәҡәт улай ғына үтеп китһә ярай ҙа... Ә ҡапыл боевиктар килеп инһә?.. Һис шикһеҙ уның ғүмерен өҙәсәктәр. Өй хужаларының да башынан һыйпамаҫтар, урыҫ һалдатын йәшергән өсөн йәлләп тормаҫ, ниндәйҙер яза бирерҙәр. Һәр хәлдә, улар үҙҙәренекен дә аямай, ә һалдатҡа ҡарата бер ниндәй мәрхәмәтлек көтәһе түгел.
Был уйынан үҙе лә ҡурҡа төштө Рәмзил, ҡапыл тәне эҫеле-һыуыҡлы булып ҡорошто. Әллә ҡараңғы төшөү менән нисек тә сығып, үҙебеҙҙекеләрҙе эҙләп китергәме? Ҡайҙа икән һуң хәҙер иптәштәре? Бер ниндәй ҙә атыу тауыштары ишетелмәй, ауылды боевиктарҙан таҙартып, ары ташланғандарҙыр, эҙәрлекләп. Командирҙары бер туҡтауһыҙ алға ла алға ҡыуаланы бит.
Шулай ҙа былай ятыу килешмәҫ, ҡайҙалыр боҫоп ҡалыу дезертирлыҡҡа тиң. Ә илгә хыянат иткәнде бер кем дә яҡшы тимәҫ, үҙеңдеке булһа ла...
Рәмзил урынынан тормаҡсы итеп, күтәрелергә маташты. Әммә көсө юҡ, ҡаты һыҙлау яңынан урынына тәгәрәтте: “Аһ!..”
Баҫҡыста йәнә Айсет күренде. Ҡулында баяғы сеүәтә, тағы ниҙер. Үҙе, ҡыуанғандай, Рәмзилгә өндәшә:
– Һалдат, һалдат, икмәкләп йылы ғына һөт эсеп ебәрһәң, хәл инеп китер. Бирешмә...
– Рәхмәт, һылыуҡай, тәғәм дә ҡабаһым килмәй, – тип ҡарышты Рәмзил. – Мин ас түгел, иртән һалдат бутҡаһы ашағайныҡ.
– И-и, иртән ашаған, имеш, берәү, хәҙер кис бит инде. Мә, үҙем тотоп эсерәм һөттө.
Айсет сеүәтәһен әкрен генө Рәмзилдең ирендәренә яҡынлаштырҙы, һул ҡулына икмәген һондо. Һалдат бер килке алырғамы тип икеләнде, ҡыҙға ҡараған да ҡымшанмай ята бирҙе.
– Һул ҡулың иҫән һинең, ал. Үҙ ҡулың менән ашаған ризыҡ тәмле була ул...