Ожмахһың тип күкрәк ҡаҡмайым,
Шыҡһыҙһың тип яла яҡмайым –
Күҙ алдымда бары һаҡлайым
Һәр саҡ һине, тыуған яҡҡайым!
Ҡыҙылың да көмөш һыу түгел,
Ҡырҡтытауың алтын тау түгел,
Муйылдарың ләкин ҡыу түгел,
Һиндә генә минең һау күңел.
Һәр йәмеңә ғашиҡ малайың –
Урманыңды туймай айҡайым:
Кәкүк зарыҡтырып, таң һайын
Көтә мине күпме аҡ ҡайын.
Болоноңда сәскә-гөл генә –
Яҡын килһәм, һөйләй сер генә,
Тик гөл телен тыңлай бел генә:
Йәшәргә көс биргән ер генә!”
“Артмаһын тиҙлегем саманан...” –
Иң артҡа ҡалдыра заманы замана...
Замандың толпары бик етеҙ,
Йылдарҙы ул үтә көндән тиҙ...
Уй-хистән бөркөлөп нур осһон!
Иртән миңә заман әйтмәҫ өсөн:
“Ситләп үттең, – тиеп, – көрәште”, –
Бөгөн бына тормош өсөн яуҙа
Мылтыҡ итәм зиһен, йөрәкте!
Иртән миңә тормош әйтмәҫ өсөн:
Бөгөн бына заман һандалына
Йөрәгемде һалам баҙлатып!
Бик ҙур нәмә түгел йөн йомғаҡ,
Әммә миңә ул да бер йомаҡ:
Осон табып тартһаң – һүтелә,
Сиратҡанда кире – тетелә,
Эш һөйөүсе ҡулда шул йомғаҡ
Кейем була – йылы һәм йомшаҡ.
Йылындырған мине – йөн йомғаҡ.
Ҡай бер йөрәк (нәҡ ут йомағағы!)
Йылдар уны тетә, өҙгөләп...
Ул тәгәрәй, яна, тағала –
Ләкин ерҙә унан нур ҡала!
Уйландырған мине – шул йомғаҡ.
Йәшнәүемдең тик бер көнөн
Йәшәүемдең бөтә йөгөн артып,
Поезд үтер юлдар борма-борма,
Мең үтһәң дә, ләкин гел таҡыр.
Йөрәк үтер юлдар һырма-һырма:
Бер үтһәң дә – соҡор мең тапҡыр.
Бер сәтләүек – минең йөрәгем...
Ал, ал әйҙә, тапһаң кәрәген:
Йә онтай һуҡ уны шул килеш,
Тик, бахырҡай, оса алмай,
Күпме йылдар артта ҡала...
Тик, күңелем, һин нәҡ бала:
Бер моңайып, йә йырлайһың,
Йә шатланып, бер илайһың.
Бар күҙ йәше ҡорор кеүек,
Гүрҙән әсәм торор кеүек...
Телһеҙҙәр ҙә бер-береһен аңлай:
Һөйләшәләр ҡул йә ым менән.
Йөрәкһеҙҙәр генә аңлашалмай
(Телдәре бар, ләкин аңлашалмай!):
Ғүмер кисерәләр ыу менән.
Эҙ ҡалдыра тик бер тулап та:
Ялтлағанда – күҙҙе сағылта,
Шартлағанда – ауа сағылташ...
Эҙ ҡалдыра бик аҙ йәшәп тә:
Ялтлағанда – ҡояш балҡыта,
Шартлаһа ла – йәшәй халыҡта!