Бөгөн Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған концерт тамашаһы уҙҙы.
Уны Мәскәүҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ – "Аҡ тирмә" фольклор коллективы ойошторҙо.
Ижади төркөм менән бер рәттән билдәле йырсы Ирек Ноғоманов, "Юлдаш йыры" республика бәйгеһе лауреаты Зөлфиә Бирҙеғолова сығыш яһаны. "Аҡ тирмә"нең үҙенән "Сыбай ҡашҡа", "Уралым" халыҡ йырҙары менән тамашасыны Фәүриә Сәйәхова, Ринат Хәбиров ҡыуандырҙы. Андрей Смирновтың думбыраһына һәм ҡурайсыларҙың ҡурай моңона ҡушылып барса халыҡ "Любизар", "Шайморатов генерал"ды йырланы.
Әйткәндәй, Андрей Смирнов үҙе урыҫ егете булһа ла, башҡорт мәҙәниәтенә күптән ғашиҡ, телде лә белә, милли музыка ҡоралдарында ла уйнай.
Сарала шулай уҡ танылған журналист, шағирә, Ш. Бабич исемендәге премия лауреаты Лариса Абдуллина ла ҡатнашты.
Туған моңдан, шиғриәттән елкенгән халыҡ концерт һуңында оҙаҡ ҡына сығыш яһаусыларҙың тирәһенән китмәне, һәр береһе сәскә гөлләмәләре менән бер рәттән йылы һүҙен, һоҡланыуын еткерергә ашыҡты.