Бөтә яңылыҡтар

Сыуаштар ниңә илай?

Танылған яҙыусы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов бөгөн йәнә шатлыҡлы мәлен кисерә.

Рәмилә Мусина фотолары.
Танылған яҙыусы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов бөгөн йәнә шатлыҡлы мәлен кисерә.


Сыуаш дәүләт нәшриәте уның "Ан парах, анне!" ("Ҡалдырма, әсәй!") исемле китабының тәүге даналарын почта аша ебәргән.


Был йыйынтыҡҡа авторҙың киң билдәле повесы, шулай уҡ хикәйәләре ингән. Тәржемә авторы – "Хыпар" нәшриәт йортоноң директор урынбаҫары, Сыуашстандың дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Дмитрий Моисеев. Тиражы – бер мең дана.
"Сыуаш уҡыусыларына ижадыма булған иғтибары өсөн ҙур рәхмәт, – тип белдерҙе Айгиз Ғиззәт улы. – Улар "Ҡалдырма, әсәй!", "Әкиәтһеҙ бала саҡ", "Урам балалары" исемле повестарымды тәржемә итеп, төрлө республика баҫмаларында сығарҙы. Хәҙер иһә китап менән һөйөндөрҙөләр".
"Сыуашстанда Айгиз Баймөхәмәтовтың ижадын бик яраталар, беҙ уны икенсе Сынғыҙ Айытматов тип гел сағыштырабыҙ", – тигән китаптағы инеш һүҙендә Дмитрий Моисеев.
Әйткәндәй, сентябрь айында Айгиз Баймөхәмәтов менән Сыуашстанда осрашыуҙар күҙалланған.