V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына сит илдәрҙән дә делегаттар килде. Улар араһында һәләтле яҡташыбыҙ, балет артисы Гүзәл Усманова-Гобе ла бар.
Ул 2005 йылда Швейцарияға күскән. Женевала "SWISS-URAL" яҡташтар ассоциацияһына нигеҙ һала, шулай уҡ "Матрешка" рус мәктәбендә балаларҙы бейеүгә өйрәтә. Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша, 2009 йылдан бирле Женевала Һабантуй байрамын ойоштороуға, башҡорт мәҙәниәтен таратыуға ҙур өлөш индерә. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләйҙәр.
– Сит илдә йәшәһәм дә күңелем менән башҡортмон. Тыуған еремә ҡайтыу минең өсөн байрам. Башҡортостанды шул тиклем һағынам, шуға ла йылына ике тапҡыр ҡайтып китәм, оҙайлы ялдарым бында уҙа, – ти Гүзәл Мәҡсүт ҡыҙы.
Алсаҡ, мөләйем милләттәшебеҙ ҡыҫҡа ғына ваҡытта республикалағы тормош менән ҡыҙыҡһынып, әллә күпме һорауҙар яуҙырып өлгөрҙө.
– Еләк бешкәнме? Беҙгә Архангел районына еләк йыйырға кил. Шунда иркенләп һөйләшербеҙ. Мин әле Башҡортостанда булам, – тип ҡунаҡҡа ла саҡырып өлгөрҙө.
Һәләтле башҡорт ҡыҙы хаҡында мәҡәлә гәзиттең алдағы һандарында донъя күрәсәк.