Бөтә яңылыҡтар

“Эскелеккә ҡаршы бергә көрәшәйек”

Башҡорт халҡының оло йыйынына Испаниянан Гөлгөнә Ғәйнуллина ла ҡунаҡ булараҡ килгән.

Фото шәхси архивтан.
Башҡорт халҡының оло йыйынына Испаниянан Гөлгөнә Ғәйнуллина ла ҡунаҡ булараҡ килгән.


Әбйәлил районында тыуып үҫкән ханым һөнәре буйынса психиатр-нарколог. Профессиональ бурысынан ғына түгел, ә барлыҡ булмышы-фиғеле менән эскелекте ҡабул итмәгән кешеләрҙән ул Гөлгөнә ханым. Заманында Өфөлә был афәткә ҡаршы киң эш йәйелдергән, шәхси клиника ла асҡан.


Һуңғы һигеҙ йылда ул Испанияла йәшәй. Ҡыҙы Ынйыҡай ҙа – әсәһе менән, Барселона университетында уҡый.


– Ҡоролтайға ҡатнашыусы булып килеү минең өсөн – оло яуаплылыҡ. Демография һәм һаулыҡ йүнәлеше буйынса секцияның эшендә ҡатнашасаҡмын, эскелеккә ҡаршы көрәш, ошо афәткә юлыҡмауҙың юлдары хаҡында фекерҙәремде еткерәсәкмен, – ти Гөлгөнә Ғәйнуллина.