Башҡорт халҡының оло йыйынына донъяның төрлө тарафтарынан ҡунаҡтар килгәне мәғлүм. Милләттәштәребеҙ океан аръяғында ла, Европа илдәрендә лә, Азия ла һәм башҡа ҡитғаларҙа көн итә, әммә тамырҙарына, теленә хыянат итмәй. Зилә Резбаева ла – шундайҙарҙан.
Зилә – Мәжит Ғафуриҙың яҡташы, Еҙем Ҡаран ауылынан. Һуңғы 15 йылда Испанияның баш ҡалаһы Мадридта йәшәй. Алты телде белә, әлеге ваҡытта ҡытай телен дә өйрәнә, сөнки эшмәкәрлегенә бәйле, был ҡатмарлы телде белеү фарыз.
– Башҡортостанға йыл һайын ашҡынып-ашығып ҡайтам. Европа, һис шикһеҙ, тарихи-мәҙәни мираҫы, архитектураһы менән данлы, ә тыуған яғымдың төп үҙенсәлеге – иҫ киткес тәбиғәтендә. Сит илдә тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп, һиллектә ял итер өсөн бик күп аҡса түгәләр, ә бында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туризм бик насар үҫешкән. Туған телде өйрәнеү мәсьәләһе лә борсой. Морат улым Испанияла йәшәһә лә, башҡорт телендә иркен аралаша, ә бында ҡайтҡас, таныштарымдың, туғандарымдың, күрше-тирәнең күберәк рус теленә өҫтөнлөк биреүе әсендерә мине.
Ҡоролтайға бик ҡыуанып килдем. Беренсенән, милләттәштәремде күреп-аралашып, илһамланып, рухланып ҡайтасаҡмын. Икенсенән, милләттебеҙ алдында торған төп мәсьәләләр хаҡында ситтә йәшәгән башҡорттар ҙа хәбәрҙар булырға тейеш – йыйын ошо йәһәттән әһәмиәтле.