Бөтә яңылыҡтар

Киң мәғлүмәт саралары ни хәлдә?

Медиа һәм киң мәғлүмәт саралары секцияһы бик йәнле барҙы.

Автор фотоһы.
Медиа һәм киң мәғлүмәт саралары секцияһы бик йәнле барҙы.
Президиумда Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, БЮТ каналы һәм милли матбуғат баҫмалары баш мөхәррирҙәре ҡатнашһа, ултырыштың үҙендә берҙәй йәштәр ҙә, ололар ҙа етерлек булды.
Һөйләшеүҙә медиа һәм киң мәғлүмәт сараларының бөгөнгө проблемаларына айырыуса ҙур иғтибар бүленде.
БЮТ каналының генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдиновтың һүҙҙәре буйынса, телевидение өсөн кадрҙар етешмәүе ҙур проблема булып ҡала килә.
"Йәштәр беҙгә килеп тәжрибә йыя ла республиканан ситкә сығып китә", - тине ул.
Интернет заманы булһа ла, ҡағыҙ баҫмалар һәм телевидение мәғлүмәтте халыҡҡа еткереүсе төп сара булып ҡала тигән фекерҙә секцияла ҡатнашыусылар.