Бөтә яңылыҡтар

Мәхмүт СӘЛИМОВ (Дондағы Ростов): “Уҙған яуҙар юлынан – киләсәктең тыныс таңына!”

Ростов өлкәһендә йәшәгән башҡорттар, Рәсәй халҡы кеүек үк, яҡты ғәмәлдәр ҡыла, эш­ҡыуарлыҡ, ижад менән шөғөлләнә.

Г. Яҡшығолова фотоһы.
— Ростов өлкәһендә йәшәгән башҡорттар, Рәсәй халҡы кеүек үк, яҡты ғәмәлдәр ҡыла, эш­ҡыуарлыҡ, ижад менән шөғөлләнә. Яҡташтарыбыҙ араһында Баш­ҡорт­­останда билдәле сәсән Ғүмәр Ғайсин бар.

Р. Нуриев исемендәге хореография колледжын тамамлаған Альберт Заһрет­динов – ҡалабыҙ­ҙың танылған балет артисы — сәнғәт колледжында хореографиянан уҡыта, яңыраҡ үҙенең балет мәктәбен асты.
Беҙ Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәми Ғариповҡа, Мостай Кәримгә арналған кисәләр, яҙыусылар Мәхмүт Сәлимовтың, Ғүмәр Ғайсиндың китаптарының исем туйҙарын уҙғарҙыҡ, Рәсәйҙең көньяғында йәшәгән башҡорттар менән бергә һа­бантуйҙар үткәрә­беҙ, Ватанды һаҡлаусылар көнөн һәм башҡа байрамдарҙы даими билдәләйбеҙ.
Башҡортостандың 100 йыллы­ғына ар­налған “Рәсәй тарихында баш­ҡорт халҡының данлыҡлы тарихы. 1798 – 2019 йылдар” тип атал­ған “түңәрәк өҫтәл”де Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Көньяҡ ғилми үҙәге ярҙамында ойошторҙоҡ. Сарала Дон ғалим­дары менән бергә Башҡортос­тандың күренекле тарихсылары Рәмил Рәхимов һәм Азат Ярмуллин да ҡатнашты.
Ростов башҡорттары ойоштор­ған иң төп сараларҙың береһе – ул, әлбиттә, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының эҙҙәре буйлап автойөрөш уҙғарыу. Һуңғы йылдарҙа был сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре лә әүҙем ҡатнаша башланы. Беҙ яугир ата-бабаларыбыҙ ошо ерҙән үткән һәр ҡалала, ауылда, ҡасабала туҡтаныҡ, улар хаҡында мәғлүмәт туплап, хәтер яңыртып, исемдәрен мәңгеләш­тереү хаҡында фекер алыштыҡ. Улар уҙған юлдың бер өлөшөн генә үттек, әммә һуғышҡа ҡарата ҡарашыбыҙ үҙгәрҙе, һыҙланыу­ҙарыбыҙ тағы ла артты, ниндәй ҙур батырлыҡтар эшләүҙәрен тәрәнерәк аңланыҡ, тойҙоҡ, сөнки был ерҙәрҙә һәр сантиметр улар хаҡында һөйләп тора, халыҡта йәнле хәтер һаҡлана.
Рәсәй эҙәрмәндәрен айырыуса билдә­ләгем килә. Улар былтыр 21 яугирҙең һөйәктәрен иленә ҡайтарҙы. Шуларҙың 15-е – беҙҙең яҡташтар. Учалы районынан Константин Конюховты ерләргә улы Владимир килде. Уйлап ҡарағыҙ әле, 74 йылдан һуң ул атаһының һуңғы төйәген тапты һәм уның батырҙарса һәләк булыуы тураһында ишетте.
Белая Калитва районында ошондай 87 ҡәберлек бар, иң билдәлеһе – Үлемһеҙлек бейеклеге, унда 112-се Башҡорт кавале­рия дивизияһының 33 яугире ер­ләнгән. Эскадрон командиры Анкалыч Атаев етәкселегендәге яу­гир­ҙәр 28 панфиловсының батыр­лығын ҡабатлаған. Атаевсыларҙың барыһы ла һәләк булған, әммә стратегик үрҙе бирмәгән. Был ҡаһарманлығы өсөн Атаевҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Генерал Миң­леғәле Шайморатов яугирҙәрҙең барыһын да был исемгә тәҡдим итһә лә, ҡалғандары үлгәндән һуң I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Обливская станицаһы эргәһе­нән Чир йылғаһы аҡҡан ерҙә 25 хәрби ерләнгән, туғандар ҡәберле­гендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына ҡараған 8-се кавалерия корпусы яугирҙәре лә бар. Үкенескә ҡаршы, бөтәһенең дә исеме мемориаль таҡтаташтарҙа теркәлмәгән, унан да күберәге уларҙы әжәл ҡайҙа тап иткән, шунда – далала, воронкаларҙа, окоптарҙа һәм блиндаждарҙа ята. Ростов хәрби комиссариатынан алынған мәғлү­мәттәргә ҡарағанда, һәләк булғандарҙың бөгөнгә бары тик дүрттән бер өлөшөнөң исеме генә туғандар ҡә­берлегендә мәңгеләштерелгән. Ватан өсөн һәләк булғандарҙың исемен тергеҙеү буйынса беҙгә бик күп эш атҡараһы бар әле!