Бөтә яңылыҡтар

Ҡоролтайҙың эшен етди үҙгәртергә ваҡыт

Шулай тип белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров башҡорт халҡы вәкилдәренең V съезында.

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшен етди үҙгәртергә ваҡыт, тип белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров башҡорт халҡы вәкилдәренең V съезында.
– Ул бөтә ижади көстәрҙе берләштергән инициативалы штабҡа, башҡорт халҡын үҫтереү локомотивына әүерелергә тейеш. Уйлап сығарылған бәхәстәрҙе туҡтатайыҡ. Атай-олатайҙарыбыҙ, төрлө ырыу вәкилдәре йыйындарҙа иң мөһим мәсьәләләрҙе бергәләп хәл иткән. Беҙгә лә республикабыҙҙың киләсәге хаҡына берләшергә кәрәк.