Башҡорт йәмғиәтенә юғары хакимды хөрәфәтләштереү, юғарылыҡҡа күтәреү хас булмаған. Башҡорттар күҙаллауында хатта Сыңғыҙхан нәҫеле лә айырым өҫтөнлөктәр менән файҙаланмаған. Уның ғәмәлдәре башҡорттар тарафынан донъя ҡоролошо нигеҙе һымаҡ ҡына ҡабул ителгән, әммә артабанғы йәмғиәт үҫеше уның етәкселегенән тыш та үҫешкән.
Сыңғыҙхандың әһәмиәте шунда: ул башҡорттарҙың ер сиктәрен нығытҡан, һәр ырыуҙың үҙ тамғаһын, оранын, ҡошон раҫлаған. XVII – XVIII быуаттар барышында башҡорттар Сыңғыҙхандың тоҡомдарына ҡарата прагматик мөнәсәбәт күрһәткән. Низағлы хәлдәрҙә башҡорттар уларҙы властан ғына төшөрөү түгел, ғүмерҙәрен өҙгән, азатлыҡтарынан яҙҙырған осраҡтар ҙа бар. Шулай, 1662 йылда баш күтәргән Себер даруғаһы башҡорттары Күсем хандың бөтөн нәҫелен тиерлек ҡулға алған.
XX быуат башында халыҡтың дини юлбашсылары башҡорттарҙы бер етәксегә буйһона алмауҙа ғәйепләгән. Шәйех Морат Рәмзи үҙенең “Рәсәй тарафынан Көнсығыш Кама аръяғын һәм башҡорттар илен яулап алыуы” исемле хеҙмәтендә башҡорт ихтилалдары еңелеүенең төп сәбәбен халыҡтың ханын ихтирамламауында, илтифатламауында күргән. Ысынлап та, башҡорттар хан етәкселегенең тулы суверенитеты идеяһын тулыһынса хупламаған, улар фекеренсә, хан ҡайһы бер килешеүҙәрҙе генә үтәргә, йәмғиәткә ҡағылышлы билдәле ғәмәлдәрҙе башҡарырға тейеш булған. Башҡорт биләмәләренә килеп сыҡҡан Сыңғыҙхан тоҡомдары иһә, башҡорт йыйындары тарафынан хан тип раҫланмаһа, власть вәкәләттәрен юғалтҡан.
Башҡорт йәмғиәтендә хан етәкселегенә ныҡлы нигеҙ булмауын башҡорттарҙа ырыуҙар иерархияһы юҡлығы ла иҫбатлай. Хан власы һаҡланған урында ла ырыу структураһы субординацияһы дәүләт идараһының мөһим социаль институты булып ҡалған. Дамир Исхаҡов тикшеренеүҙәре буйынса, Ҡырым һәм Ҡаҙағ ханлыҡтарында дәүләт менән идара итеү төп 4 – 5 клан ҡулында булған. Ҡайһы бер башҡорт зат-ырыуҙарына элекке тотҡондар һәм күскенселәр нигеҙ һалһа ла, башҡорт общиналары араһында бер ваҡытта ла өҫтөнлөк принцибы күҙәтелмәгән. Ошо сифат башҡорттарҙың зат-ырыу мөнәсәбәттәре структураһын өлкән һәм бәләкәй ырыуҙарҙан торған ҡаҙағ йәмғиәтенән айырған да.
Башҡорттар тарафынан иерархия структураһының ҡабул ителмәүе Монгол империяһы подданныйлығы нығыныуы сағылдырылған боронғо генеалогик легендаларҙа ла телгә алына. XVII быуаттағы “Дәфтәр-и Сыңғыҙнамә” тарихи әҫәренең башҡорт вариантында ла Сыңғыҙханға тоғролоҡҡа ант иткән башҡорт ырыуҙары араһындағы мөнәсәбәттәрҙең тиңлеге телгә алына.
Һәр ваҡыт хәрби әҙерлек хәлендә торған һыбайлылар социумдары, йәмғиәттән айырмалы, үҙәкләштерелгән идара итеү органын булдырмайынса ла бик ҙур биләмәләрҙе контролдә тота алған. Мәҫәлән, 1675 йылда Күрпәс-Табын волосының башҡорт тархандары Боҡой Чарамышев менән Күскилде Аҡыров араһында бәхәс сыҡҡан. 1681 йылда төҙөлгән кенәздәр, тархандар, дыуандар исемлегендә Ыҡ йылғаһы буйынса фәҡәт ошо ике тархан ғына ғаиләләре һәм балалары менән йәшәй, тип теркәлгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар үҙ эсенә Һамар Лукаһы яғындағы Волганың һул яҡ ярынан алып Яйыҡҡа, Илек йылғаһы районындағы тоҙло күлдәргә тиклем һуҙылған яландарҙы, йылға-күлдәрҙе алған ҙур биләмәне бүлешә алмаған. Ике тархандың ерҙәре Румыния һәм Белоруссия кеүек илдәрҙең биләмәһенә тиң булған.
Евразия ареалының дәүләтһеҙ күсмә һәм ярымкүсмә йәмғиәттәре күп һанлы иҡтисади, сәйәси, мәҙәни бәйләнешле, уртаҡ сәйәси-мәҙәни нормалы, сағыштырғыһыҙ ҙурыраҡ һәм ҡатмарлыраҡ берҙәмлектең бер өлөшө булған. Был башҡорт йәмғиәтенә тышҡы империя үҙәгенә идара итеү функцияларының бер өлөшөн йүнәлтеү мөмкинлеген биргән. Башҡорт йәмғиәтенең эске донъяһының торошон башҡорт ырыуҙары араһындағы ер өсөн бәхәс, ауыр енәйәтселәрҙе язалау, бурысы өсөн эшләтеүҙе тыйыу кеүек проблемалы мәсьәләләрҙе Рәсәй хакимиәтенә биреү ҙә билдәләгән. Был проблемаларҙы ырыу эсендә традицион юл менән хәл итергә маташыу нәҫелдән үс алыу (ҡарымта), аҫабалыҡ хоҡуғын боҙғанға ҡаршы барып, уның мөлкәтен яулау (барымта) кеүек эҙемтәләргә килтергән һәм башҡалар. Ғәҙеллекте ошондай боронғо ысулдар менән юллау ғәмәлдә йәмғиәт эсендәге бөткөһөҙ низағтарға килтергән, сәйәси берҙәмлекте тарҡатҡан.
Ырыуҙарҙың төп өҫтөнлөклө интегратив ойошмаһы булып йыйындар торған. Улар һуғыш һәм ихтилал ваҡыттарында ғына йыйылмаған: башҡорттарҙың барыһы өсөн дә мөһим ҡарар ҡабул итергә кәрәк саҡта ла йыйын туплағандар. Мәҫәлән, 1721 йылда, башҡорттар Рәсәй подданныйлығын яңыртыу мәсьәләһен тикшерергә йыйылғандар.
Йыйындар уртаҡ эшмәкәрлекте координациялаған, хөкүмәттең теге йәки был ғәмәлдәренә бәйле уртаҡ позиция булдырған. Йыйындарҙа хәрби хәрәкәт башлау йә туҡтатыу хәл ителгән, хан һайланған, өҫтәмә хәрби подразделениелар бүлеү, командирҙар билдәләү, юғары властың яңы указдарын тикшереү кеүек ғәмәлдәр ҙә ҡаралған. Йыйын йыйыуҙы абруйлы, дәрәжәле башҡорттар хәл иткән. Шуныһы ла бар: съезды хан йыйыуҙы иҫбатлаусы бер генә факт та юҡ.
Йыйында ҡабул ителгән ҡарар барыһы өсөн дә мотлаҡ булған. Был сара – башҡорт зыялылары йыйылышы ғына түгел, бейҙәрҙең, тархандарҙың, батырҙарҙың фекере күпселектеке менән тап килгәндә генә ҡабул ителгән. Ә йыйында йәше еткән һәр ир ҡатнаша алған, юҡҡа ғына кәнсә ҡағыҙҙарында улар “донъяуи совет” тип аталмаған.
Иң оҙайлы һәм көсөргәнешле ихтилалдар ваҡытында ла барлыҡ ҡатнашыусылар өсөн яуаплылыҡ алған уртаҡ юлбашсы булмаған. Ошо үҙенсәлек Рәсәй властары башҡорт халҡын тынысландырыу өсөн күргән сараларҙың тормошҡа ашырылыуын ҡатмарлаштырған. 1704 – 1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын баҫҡан саҡта Ҡазан губернаторы Петр Апраксин Петр I батшаға зарланған: “Был ҡәһәр һуҡҡан халыҡ күп һанлы, һуғышсан, етмәһә, юлбашсыһы юҡ. Бер башланғысһыҙ алышалар. Исмаһам, Дондағы казактарҙың ише атамандары булһасы. Бер кемдән бер нәмә һорарлыҡ түгел, кемгә ебәрергә лә белеп булмай”.
XVII – XVIII быуаттарҙа башҡорт йәмғиәтендә институтлаштырылған власть элитаһы булмауҙың төп сәбәбе нимәлә? Башҡорттарҙың күршеләрендә (ҡалмыҡтарҙа, ҡаҙағтарҙа, нуғайҙарҙа) хакимдар йәмғиәт тормошондағы мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән тулы вәкәләтле булған. Башҡорттарҙың традицион хәрби хәрәкәттәрҙе алып барыу тактикаһы ла башында хан йә солтан торған ҡатмарлы иерархик идара итеү системаһын үҙ эсенә алған структуранан ҡырҡа айырылған. Улар сағыштырмаса ҙур булмаған отрядтар менән һөжүм иткән. Үҙәкләштереүһеҙ алып барған һуғыштың, әлбиттә, үҙ өҫтөнлөктәре бар. Өҫтәрендә юлбашсы булмағас, ҡалмыҡ һәм ҡаҙағтарҙан айырмалы рәүештә, башҡорттар тиҙ, етеҙ хәрәкәт иткән.
Әгәр ҙә башҡорттарҙың хәрби ойошмаһы ҡатмарлы субординация системаһын күҙалламаған икән, ни өсөн улар хан һәм солтандарҙы саҡырған? Ихтилал етәкселәре иҫәпләүенсә, ханды саҡырыу тышҡы сәйәси әһәмиәткә эйә булған. Мәҫәлән, Ҡараһаҡалдың абруйы күтәрелеүендә уның башҡорттарға хәрби теләктәшлек күрһәтергә вәғәҙә итеүе ҙур роль уйнаған. 1740 йылдың апрелендә ул фекерҙәштәренә, Башҡортостанға 80 меңлек ғәскәр алып киләм, тип киткән.
Ихтилалдар күрһәтеүенсә, башҡорттар ханлыҡ институтына бик киҫкен, һирәк осраҡтарҙа һәм ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа мөрәжәғәт иткән. Шулай уҡ бер генә хан да бөтә башҡорттарҙың ҡораллы отрядтарын уртаҡ власть ҡарамағына берләштерә алмаған.