Торатау йыйыны ҡыҙғандан-ҡыҙа.
Әле республикабыҙҙың төрлө райондарынан килгән һыбайлылар атта килеш төрлө трюктар күрһәтте.
Уларҙың араһында ҡыҙҙарҙың да булыуы һоҡландыра. Нескә заттар ир-егеттәр менән бер рәттән һыбай килеш аяғүрә лә тора, атта баҫып та бара.