V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында "Мәҙәниәт һәм сәнғәт" секцияһы ултырышында башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү һәм уны донъя мәҙәниәте киңлегенә танытыу кеүек мѳһим мәсьәләләр ҡаралды. Унда 92 делегат ҡатнашты.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һуңғы ваҡытта башҡорт мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереү йүнәлешендә башҡарылған эштәргә ентекле туҡталды.
– Башҡорт халҡының мәҙәниәте – беҙҙең милли байлығыбыҙ, боронғо һәм үҙенсәлекле хазина. Башҡорт ҡурайын, легендаларын һәм эпостарын, йолаларын һәм риүәйәттәрен, милли кейемдәрҙе һәм беҙҙең туған телде тѳп мәҙәни код итеп һаҡларға тейешбеҙ. Улар беҙгә кѳс бирә, һәм уны балаларға тапшырырға бурыслыбыҙ, – тип белдерҙе Әминә Ивний ҡыҙы. Ошо маҡсаттарға ѳлгәшеү ѳсѳн мәҙәниәт тармағында интернет селтәре киң файҙаланыла. Башҡортостандың матди булмаған байлығы менән танышыу мѳмкинлеге тыуҙырған Башҡорт мәҙәниәтенең берҙәм порталы булдырылған. Был сығанаҡта мәҙәни мираҫ тураһында ете меңдән ашыу материал, шул иҫәптән тѳрлѳ оҫталар башҡарыуында 70 меңдән ашыу халыҡ йыры тупланған. Унда һәр кем инеп, халҡыбыҙҙың ижади байлығы менән таныша ала. Экспонаттарҙы, документтарҙы, фильмдарҙы, иҫке йырҙарҙы һәм тауыштарҙы һанлы форматҡа күсереү буйынса ла эш алып барыла. 2018 йылдың 1 мартында ҡурайҙы башҡорт бренды итеп теркәүгә ѳлгәштек, – тине министр.
Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауға һәм таратыуға бәйле кѳнүҙәк мәсьәләләргә туҡталды. Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары, Республика сәсәндәр үҙәге етәксеһе Нәфисә Тулыбаева "Башҡорт халҡының матди булмаған мәҙәни мираҫын һаҡлау мәсьәләләре"н күтәрҙе.
"Илһөйәрлек туған телдән башлана, – тине ул. – Ата-әсә нигеҙендә бишек йыры, әкиәт, йомаҡтар ишетеп үҫкән, беҙгә хас булған көнкүреште күргән баланың тыуған еренең ысын илһөйәре булып үҫеренә өмөт-ышаныс ҙур. Бар донъяла халыҡтар араһында сиктәр юйыла, глобалләшеү барған осорҙа беҙ халыҡ булараҡ һаҡланып ҡалырға, йәшәргә тейешбеҙ". Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Өфөлә Милли музыка ҡоралдары йорто асыу зарурлығын белдерҙе. “Арғымаҡ” этно-рок тѳркѳмѳнѳң художество етәксеһе үҙенең концертгатролдәргә йѳрѳү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Кинорежиссер Айнур Асҡаров “Башҡорт киноһының заман хәле һәм үҫеш мөмкинлектәре” темаһына сығыш яһап, яҡшы кинолар төшөрөү өсөн Әмир Абдразаков исемендәге “Башҡортостан”киностудияһының матди хәлен яҡшыртыу талап ителеүен билдәләне. Мәскәү ҡалаһынан “Заман” төркөмө йырсыһы, музакант Радмир Мөфтәхин 2019-2024 йылдарҙа Башҡорт милли-мәҙәни үҙәген үҫтереү концепцияһы тураһында сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренсә, баш ҡалалағы үҙәк бөтәһен дә үҙенә тартып торорға тейеш.
Блогер, театр тәнҡитсеһе Дамир Ғәббәсов мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә менеджмент темаһына сығыш яһаны. Ул: “Беҙҙә яҙыусылар ҙа, актерҙар ҙа тик үҙҙәренең ҡаҙанында ҡайнай, бер-береһенең сараларына йөрөмәй. Етәкселәр авангардта булырға тейеш. Тамашасыны йәлеп итеү өсөн сифат өҫтөндә эшләргә кәрәк. Киң мәғлүмәт саралары менән менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу мөһим”, – тип театрҙарҙың бер-береһенең спектакленә йөрөмәүе, ижады менән ҡыҙыҡһынмауын да әйтте.
Продюссер Рита Өмөтбаева милли контент мәсьәләһен күтәрҙе. Башҡортостан Театрҙар эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы Әлиә Яхина театр коллективтарында репертаур сәйәсәтенә туҡталды. “Мәргән уҡсы” хәрәкәтен тергеҙгән Юлай Ғәлиуллин төбәктә башҡорттоң боронғо уйындарын тергеҙеү һәм үҫтереү барышы менән таныштырҙы. Секция эшендә кино сәнғәтен үҫтереү тураһында һүҙ күп булды. Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры Рәйес Исмәғилев: “Кино сәнғәте мәңге, шуға ла кино төшөрөүгә һәм концерт, спектаклдәрҙе таҫмаға яҙҙырыуға айырыуса иғтибар бирергә кәрәк”, – тине.
Пленар ултырышта республика етәксеһе Радий Хәбиров киләсәктә милли батырыбыҙ Салауат Юлаев тураһында фильм төшөрөләсәге хаҡында белдерҙе.