Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағир, күп йырҙар авторы Миҙхәт Әбделмәнов һәр саҡ яңы идеялар менән яна, йырҙар яҙҙыра, клиптар төшөрә. Уның тыныс ҡына йәшәп ятҡан сағын белмәйбеҙ ҙә тиерлек. Бына бөгөн дә ул, яңы төркөм төҙөүе тураһында әйтеп, хайран ҡалдырҙы. Әйҙәгеҙ, ошо хаҡта, ижади пландар, йыр сәнғәте хаҡында тағы ла бер тапҡыр һөйләшәйек әле!
– Миҙхәт ағай, һеҙҙе халыҡ бик күп популяр йырҙар, тыуған районығыҙҙа даими ойошторолған байрамдар авторы тип белә. Әле ниндәй яңы идеялар менән янаһығыҙ? Һеҙҙең кеүек тынғыһыҙ кеше, моғайын, ижад итмәй тора алмайҙыр?
– Дөрөҫөн әйткәндә, идеялар бик күп, бары тик уларҙы тормошҡа ашырыр өсөн ваҡыт ҡына кәрәк. Ошо араларҙа “Милли ауаз” тигән төркөм булдырҙым. Маҡсаты – үҙебеҙҙең йырҙарҙы, халыҡ араһында киң таралған әҫәрҙәрҙе заманса яңғыратыу, шул уҡ ваҡытта үҙем ижад иткән йырҙарҙы, исемдәре киң йәмәғәтселеккә билдәле булмаған авторҙар ярҙамында, халыҡҡа сығарыу.
Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөн, минеңсә, йырҙарҙың сифаты бик түбәнәйҙе. Йырсылар ҙа башҡарған әйберҙәренең һүҙҙәренә, мәғәнәһенә әллә ни иғтибар итеп бармай. Ә улай һис ярамаҫ ине. Шиғырын яҙған кешегә генә һылтап ҡалдырыу дөрөҫ түгел бит. Йырҙың эстәлегенә лә, көйҙөң моңона ла иғтибар итеү бик мөһим!
– “Милли ауаз” тураһында ентекләберәк һөйләп китһәгеҙ ине...
– Популяр йырсылар менән эшләү шул яғы менән яйлы, уларҙы кеше таный, концерт менән барһаң, тиҙ арала халыҡ йыйыла. Ә “Милли ауаз”дың маҡсаты башҡа: беҙ, киреһенсә, халыҡ араһында танылмаған, әммә йыр-моңға ғашиҡ таланттар, теге йәки был сәбәп арҡаһында үҙ ниәттәрен элегерәк тормошҡа ашыра алмағандар менән эшләйбеҙ. Уларҙың тауышында – халыҡ ауазы, милли моң!
– Ошондайыраҡ маҡсат менән “Дуҫлыҡ күпере” фестивален дә булдырғайнығыҙ түгелме? Тик унда ике күрше республиканың йырсылары сығыш яһай ине. Р. Ваһапов исемендәге конкурс ошо идеяны дауам итте, тип тә әйтә алабыҙ бит?
– Эйе, беҙҙең проекттарҙың маҡсаты уртаҡ. Улар, минең идеяға ярашлы, ниндәй ҙур кимәлдәге сараға әйләнде. Иң мөһиме – мәҙәни ағартыу йәһәтенән эш барыуы. Идеяларым башҡаларҙы яңы ҡеүәтле ғәмәлдәргә илһамландыра икән, бары тик шатмын! Нисек кенә булмаһын, был эштәр барыһы ла мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе пропагандалай! Халыҡ яратҡан, һәр саҡ тыңлап йөрөгән, ҡушылып йырлаған йырҙар яҙыла, улар даими рәүештә радиола, телевидениела яңғырап тора икән, был бит үҙе үк телде пропагандалауға хеҙмәт итә!
– Шулай! Автобустарҙа, йәмәғәт транспортында башҡортса йырҙар яңғырап торһа, ул да бит халыҡты милли моңдо тыңларға өйрәтә, милли моңда тәрбиәләй!
– Эйе, шуға күрә беҙгә мөмкин тиклем үҙебеҙҙең туған телдәге йырҙарҙы күберәк халыҡҡа еткерергә кәрәк. Хәҙер бит халыҡтың ҡалын-ҡалын китаптар уҡырға, ғилми трактаттар ҡарап ултырырға ваҡыты юҡ. Бөтәбеҙгә лә телде һаҡларға, милли йолаларҙы тергеҙергә кәрәк, тибеҙ, әммә, минеңсә, уның иң ҡулай ысулы хаҡында онотоп ебәрәбеҙ. Әгәр йырҙың һүҙҙәре матур, көйө моңло икән, халыҡ уны хәҙер отоп ала, радиоға шылтыратып, шул йырҙы ҡуйыуҙарын һорай. Йөрәктән сыҡҡан моңға бер кем дә битараф була алмай, минеңсә. Әллә ниндәй бойороҡтар сығарып та, йыр булмаған әҫәрҙе йыр итеп булмай. Халыҡ ҡабул итһә итә ул йырҙы, итмәһә итмәй ҙә ҡуя. Бында бөтә нәмә милли моңға, милли ауазға бәйле.
Тел проблемаһы бөгөн һәр халыҡты борсой. Интернет, бер яҡтан, файҙа килтерһә, икенсе яҡтан, телдәрҙе йотоуға алып килә. Башҡорт, татар телдәренә генә ҡурҡыныс янай икән, тип уйлау дөрөҫ тә булмаҫ ине. Бөгөн хатта урыҫ теле хәүеф аҫтында. Мәҫәлән, был телдә яҙған, һөйләшкән кешеләр миллионлап, әммә ошо милләт вәкилдәре үҙҙәре юғалыуға дусар булып бара түгелме?
Һәр телдең киләсәге шул халыҡтың үҙенең ниәтенә, теләгенә бәйле. Телгә һөйөү ғаиләлә тәрбиәләнергә, аралашыу туған телдә барырға тейеш. Әммә проблеманы хәл итеүҙе ғаиләгә генә ҡайтарып ҡуйыу ҙа дөрөҫ булмаҫ ине.
Бөгөн дәүләт үҙенең закондары менән һәр халыҡтың телен, мәҙәниәтен ҡурсаларрға бурыслы. Бөгөн генә лә түгел хатта, ә һәр ваҡыт шулай булырға тейеш ул. Беҙҙең илдең закондары телдәрҙе ҡурсалау, яҡлау яғында, әммә халыҡ ҡанундарҙы белеп бөтмәй, йә булмаһа, өҫтәмә ҡарарҙар Төп законға – Конституцияға ҡаршы килә. Был хаҡта ваҡытлы матбуғатта ла, үҙәк телевидение каналдарында ла әйтелә. Ошондай киҫкен, өҙәрем мәлдәрҙә телде һаҡлап ҡалыу өсөн иң төп ҡорал, минеңсә – ул милли мәҙәниәт.
Бары тик мәҙәни саралар, проекттар аша ғына беҙ йәштәргә, килер быуынға телгә ҡарата иғтибар, ҡыҙыҡһыныу уята алабыҙ. Милли моңдар өсөн тәржемә лә кәрәкмәй бит хатта. Кеше йырҙы тыңлай: уның көйө күңеленә үтеп инһә, ул һүҙҙәрен дә ятлап алырға тырыша. Һәр хәлдә, туған моңо унда милли рух тәрбиәләй башлай. Был – шәхси фекерем. Килешмәүселәр ҙә булыр, әммә Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы булараҡ, мин бөгөн, йәш быуында телгә ҡыҙыҡһыныу кәмегән саҡта, был проблемаға битараф була алмайым. “Милли ауаз” – ана шул күңел ынтылыштарым, талаптарым нигеҙендә барлыҡҡа килгән проект ул.
– “Милли ауаз”да бөтәһе лә тиерлек исемдәре танылмаған йырсылар, тинегеҙ...
– Эйе, тап шулай, әммә улар бик матур йырлай. Күбеһенең аранжировка эшләү мөмкинлеге лә юҡ. Бары тик ярҙам ғына кәрәк. Тәбиғәтем менән кешеләргә ярҙам итеү, бигерәк тә ижад кешеләрен ҡеүәтләү яғындамын. Улар бит ҡайҙа, кемгә мөрәжәғәт итергә лә белмәй, бары тик ижад ҡына уларҙың уйында.
Бөгөн, мәҫәлән, йырҙарҙы матурлап, биҙәп халыҡҡа еткереү ысулы ла бар. Аранжировканан күп нәмә тора, шул уҡ ваҡытта, әгәр яҙған йырыңда моң, мәғәнә юҡ икән, ул барыбер халыҡҡа үтмәй. Тәбиғәт ҡанундарына ҡаршы килеп булмай: тәбиғи моң ул бер шишмә һымаҡ, барыбер үҙ юлын таба.
– Төркөм ойошторолоуы бик хуп, ә концерт буласаҡмы?
– Әлбиттә, концерт була, сөнки ул башҡарылған эштең һөҙөмтәһен күрһәтеү тигән һүҙ. Беҙ “Милли ауаз” төркөмө менән Ҡырмыҫҡалы районында, Красноусолда, тыуған яғым Благоварҙа концерттар бирҙек. Халыҡҡа бик оҡшаны, йылы ҡабул итте. Район гәзиттәрендә тәрән йөкмәткеле мәҡәләләр баҫылды.
Красноусолда матур үтте сығыштар. Унда ял итеүселәр алдында концерт бирҙек. Халыҡ әллә ни күп тә булманы, әммә тәүге аҙымдарын атлаған төркөмөбөҙ өсөн был сығыштар ижади йәһәттән шымарыу өсөн дә кәрәк ине.
Быйыл – Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы. Ошо уңайҙан ватансылыҡ, тыуған яҡ темаларын сағылдырған йырҙар ижад итеп, уларҙы төркөм йырсылары менән бергә өйрәнеп, көҙгә ҙур концерт бирергә йыйынабыҙ. Егеттәребеҙ бик матур йырлай, улар халыҡ йырҙарын башҡара. Әтестә-һәтестә менән генә тыңлаусыларҙа зауыҡ, милли моңға һөйөү тәрбиәләп булмай.
– Үҙе һүҙҙәрен, көйөн яҙып, үҙе башҡарған авторҙарға халыҡ араһында ике төрлө ҡараш йәшәй. Берәүҙәр: “Ҡулынан килгәс, йырлаһын!” – ти, икенселәр: “Өсөһөнөң береһе лә килеп сыҡмаған, был йыр түгел!” – тип иҫәпләй. Һеҙҙең ҡараш нисек?
– Борон замандарҙа сәсәндәр, аҡындар киҫкен мәлдәрҙә халыҡ алдына сығып, һүҙен әйткән. Көйләп әйткән улар, ҡулдарында милли музыка ҡоралы ла булған. Һүҙҙәрҙең дә, көйҙөң дә авторы бер үк кеше булған, шул уҡ кеше уны башҡарған да. Улар күңел ҡушыуы буйынса, халыҡ алдындағы тәрән бурысын аңлап, ана шул рәүешле телмәр тотҡан.
Ә бөгөн нисек? Бөтәһенең дә шағир ҙа, композитор ҙа, йырсы ла булғыһы килә. Эйе, талантлы авторҙар тыуа ул ҡайһы саҡ. Мәҫәлән, Владимир Высоцкий һымаҡ. Әммә быуатҡа бер киләлер ундай шәхестәр.
Бөгөн беҙҙә совет осорондағы кеүек худсоветтар юҡ. “Юлдаш” радиоһы үҙ өҫтөнә ҙур бурыс алып, даими рәүештә шағирҙарҙы, композиторҙарҙы, йырсыларҙы йыйып, яңы йырҙарға анализ эшләй, эфирға үткәреү-үткәрмәү мәсьәләһен хәл итә. Улар бик изге эш башҡара, әммә был бит радионың ғына бурысы түгел. Дәүләт кимәлендә ҡаралырға тейеш был мәсьәлә.
Осһоҙ йырҙар халыҡты тәрбиәләмәй, киреһенсә, йыр ошондай булһа ла ярай икән, тип тыңлай башлайҙар. Йырҙар, иң беренсе сиратта, халыҡтың кәйефен, күңел торошон, кәрәк икән, проблемаһын сағылдырырға тейеш. Халыҡтың рухын күтәрерлек, күңеленә ятырлыҡ йырҙар кәрәк! Бәлки, ҡатыраҡ та әйткәнмендер, әммә үҙем йырҙарҙың һүҙҙәренең дә, көйөнөң дә авторы булараҡ, был мәсьәләгә битараф ҡала алмайым.
– Миҙхәт ағай, һеҙҙе йырлай тип тә беләм. Үҙегеҙҙең әҫәрҙәрегеҙҙе башҡарырға теләгегеҙ бармы?
– Заманында, эйе, йырлай инем. Уҙған быуат аҙағында туған-тыумасаның туйҙарын да алып барҙым. Әммә һәр кем халыҡ алдына сыға икән, бары тик үҙенең эше, ҡулынан килгән һөнәр менән генә шөғөлләнергә тейеш тип иҫәпләйем. Һәр кем үҙ алдына йырлай ул, әммә дөйөм халыҡ алдына сығып йырлар өсөн тәбиғи талант менән бергә профессиональ оҫталыҡ та кәрәк бит әле. Йыр буйынса ла, вокал буйынса ла, композиция буйынса ла махсус белемем юҡ. Әммә күңелемдә йырҙар тыуа икән, оҡшаған шиғырҙарға көй һалам.
Ә халыҡ йырсыһы Абдулла Солтанов – бик һирәк күренеш ул!
– Һеҙ – йыр текстары оҫтаһы. Заказ буйынса ла яҙаһығыҙмы?
– Юҡ, заказға яҙа алмайым. Күңелем ҡушҡанса эшләйем, шуға ла шиғырҙар көйө менән бергә тыуа. Быны Хоҙайҙың бер бүләге тип иҫәпләйем. Йыр текстары тип кәмһетеп ҡарарға ярамай, уны бөтә кеше лә яҙа алмай. Ҡайһы берәүҙәр төрлө авторҙарҙан бер-ике юл алып, үҙҙәре нимәлер өҫтәп, йыр яҙырға тырыша. Улай әҫәр тыуа алмай. Йыр тексының да үҙенең эске логикаһы була.
Көй килеү менән диктофонға яҙҙырам да уны “һыуытырға” һалып ҡуям. Торараҡ тағы ла әйләнеп ҡайтып, ноталарға һалам. Миңә заманыбыҙ ярҙамға килде, сөнки диктофонға яҙҙырып, башҡаларға тыңлата, кәңәшләшә алам, аранжировкалар эшләү мөмкинлеге лә бар.
– Тыуған яғыңа гимн да яҙғайның бит әле?
– Быйыл уның юбилейын билдәләргә була инде (көлә – авт.) Район хакимиәте гимнға конкурс иғлан иткәйне, әммә әле йомғаҡ яһалманы. Гимн ул ябай ғына әҫәр түгел. Таҡмаҡ та, ябай ауыл көйө лә гимн була алмай. Райондың гимнын тыңлағанда кешеләрҙең рухы күтәрелергә, сәстәре үрә торорға тейеш.
Яҙған әҫәремде халыҡ йырланы, клип та төшөрҙөләр, әммә рәсми рәүештә раҫланманы әле. Әммә беҙ өмөттө өҙмәйбеҙ, эшләйбеҙ, ижад итәбеҙ!
P. S. Әйткәндәй, бөгөн “Милли ауаз” Өфөнөң Мостай Кәрим урамының 8-се йорто алдында асыҡ һауала концерт ҡуя. Сара 19.00 сәғәттә башлана. Рәхим итегеҙ!