Танылған шағирә, тәржемәсе Әнисә Таһирова – башҡорт әҙәбиәте классиктарының береһе. Уның яҙған шиғырҙары, сонеттары – башҡорт шиғриәтенең алтын фондына ингән әҫәрҙәр. Шағирәнең яҙғандары “Башҡортостан” гәзитендә даими баҫылып тора.
Бөгөн ул баҫмабыҙға килеп, үҙенең яңы шиғырҙарын ҡалдырып китте. Оҙаҡламай улар гәзиттә донъя күрер.
– “Башҡортостан” гәзитен үҙемде белә-белгәндән яҙҙырып, уҡып барам. Ул – беҙҙең дәүләтебеҙҙең төп баҫмаһы. Ундағы мәғлүмәттәр менән танышыу, дәүләттең сәйәсәтен белеү, әҙәби әҫәрҙәр уҡыу – минең өсөн күңел һәм фекер талабы. “Башҡортостан”һыҙ һәм “Ағиҙел”һеҙ йәшәгән юҡ! Был баҫмаларҙы алдырыуҙы үҙем өсөн яҙылмаған ҡанун тип иҫәпләйем! Аллаға шөкөр, “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларға кәрәкле яңылыҡтар биреп бара. Әҙәби әҫәрҙәр ҙә йыш баҫыла. Ентекле анализлы мәҡәләләр ҙә йышыраҡ булһын ине! – тигән теләк белдерҙе шағирә.