Бөтә яңылыҡтар

Балалар ауыл музейын эшләгән

Кешеләрҙән ҡомған, һауыт-һаба, мейес, минералдар, иҫке фотолар һәм башҡа элекке әйберҙәр йыйып...

Фото район яңылыҡтарынан алынды.
Дәүләкән районының Иҫке Көрмәнкәй ауылында йәш туған яҡты өйрәнеүселәр ауыл кешеләренән төрлө экспонаттар – ҡомған, һауыт-һаба, мейес, минералдар, иҫке фотолар һәм башҡа элекке әйберҙәр йыйып, музей эшләгән.
Әле ул тарихи урын шәхси ихатала аласыҡта урынлашҡан.
Йәш экскурсоводтар оҙаҡ ваҡыт ҡомартҡылар йыйыу менән бергә мәғлүмәттәрҙе теүәлләү менән дә шөғөлләнгән. Ауылға килгән һәр кем уларҙы табып, музейҙы барып ҡарай ала. Йәсмин Ҡотлова менән Сулпан Шамаеваны был эшкә Дилә Шамаева дәртләндергән.