Бөтә яңылыҡтар

Салауат Юлаев – халыҡ хәтерендә (12.07.2019)

Был теманың таралыуы Степан Зло­биндың “Салауат Юлаев” романы йоғонтоһо менән бәйле булыуы ла бик мөмкин. Шулай уҡ Салауаттың ҡалмыҡ, сыуаш, татар ҡыҙҙарына өйләнеүе тураһында риүәйәттәр бар. Әлбиттә, былар – уйҙырма сюжеттар. Уларҙың тыуыуы Емельян Пугачев һәм Салауат Юлаев етәкселегендә батша ха­кимдарының һәм алпауыттарының иҙеүенә ҡаршы берлектәге азат итеү көрәшендә ҡатнашҡан халыҡтарҙың башҡорт батырына булған ихтирамы тураһында һөйләй.

Был теманың таралыуы Степан Зло­биндың “Салауат Юлаев” романы йоғонтоһо менән бәйле булыуы ла бик мөмкин. Шулай уҡ Салауаттың ҡалмыҡ, сыуаш, татар ҡыҙҙарына өйләнеүе тураһында риүәйәттәр бар. Әлбиттә, былар – уйҙырма сюжеттар. Уларҙың тыуыуы Емельян Пугачев һәм Салауат Юлаев етәкселегендә батша ха­кимдарының һәм алпауыттарының иҙеүенә ҡаршы берлектәге азат итеү көрәшендә ҡатнашҡан халыҡтарҙың башҡорт батырына булған ихтирамы тураһында һөйләй.


Быуындар хәтерендә



Яҙма сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Салауат Юлаевтың өс ҡатыны булған. Батырҙы ҡулға алғанға тиклем үк ҡатыны һәм балалары аманаттар сифатында Өфөгә килтерелгән. Бер ҡатыны улы менән ҡала коменданты полковник С.С. Мясоедов һағы аҫтында торған. Икенсе улын, Салауаттың яҙыуына ҡарағанда, генерал Ф.Ю. Фрейман алған... Ә башҡа ҡатындарын һәм балаларын ҙур кешеләр, йәғни урындағы хакимиәт вәкилдәре һәм офицерҙар бүлеп алған. Уның ғаилә ағзаларының артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Документтарҙа ҡатындарының, балаларының исемдәре тураһында ла әйтелмәй, ә фольклор материалдары буйынса Салауаттың ҡатындары: Әминә, Зөләйха, Гөлбәзир (Гөлнәзирә), Айһылыу, Мәүдиә исемле булған, һуңғы икеһе берәр генә риүәйәттә телгә алына, Әминә һәм Гөлбәзир исемдәре иһә йыш осрай. Гөлбәзир тураһында төрлө мәғлүмәттәр бар. Бер осраҡта ул Ҡалмаҡ ауылында тыуып үҫкән, Йонос ауылы байы Иштүбәгә кейәүгә бирелгән (Салауат уны тартып алған), икенсе осраҡта Гөлбәзир – тархан Һағынбай ҡыҙы. “Юлай менән Салауат” эпосындағы түбәндәге юлдар шул хаҡта һөйләй:


Заводсылар йыйылып,

Кәңәш-төңәш иткәндәр:

“Кинәт яуға бармайса,

Һағынбайҙы димләшеп,

Салауатҡа кәләшкә

Гөлбәзирҙе бирҙереп,

Ҡоҙа-аҙна яһашып,

Ҡулға алайыҡ”, – тигәндәр.


2003 йылда Балтас районының Иҫке Балтас ауылында Айрат Муллый улы Мәғзүмов һөйләүе буйынса беҙҙең тарафтан яҙып алған риүәйәттә Гөлбәзир – Ҡолой Балтасов ҡыҙы. М.В. Лоссиевский яҙмаларында Балтасовтың ҡыҙының исеме – Фариза, Яныбай Хамматовтың “Салауат батыр” романында – Зөләйха. Ф.Д. Нефедов яҙмаларында – Зөләйха менән Буранбикә.


Салауат Юлаевтың ҡатындары тура­һында һүҙ барғанда, дүрт юллыҡ бер йыр ҡыҙыҡһыныу уята. Унда өлкән ағалары вафат булған осраҡта энекәшен тол еңгәһенә өйләндереү (левират) йолаһы сағылды­рылған. “Йәш кенә Салауаттың нисек өс ҡатыны булды икән?” тигән һорауға яуап алып була ул йырҙан:


Салауаттың кейгәне –

Ҡыҙыл да түгел, һары буҙ.

Салауаттың һөйгәне –

Икеһе – еңгә, береһе – ҡыҙ.


Батырҙың әсәһе хаҡындағы бер риүәйәт ҡыҫҡа ғына һүҙҙәр менән әсә һөйөүенең көсөн, уның хәүеф тойғоларының тәрәнлеген бирә алыуы менән ҡиммәтле. Ауылдан-ауылға йөрөп, улының ҡайҙа икәнлеген белгән кешегә өйөр мал вәғәҙә итеп үтенеүҙәре күңелдә тетрәндергес тойғолар уята.


Икенсе бер риүәйәт эсендәге “Салауат­тың атаһының йыры” тип килтерелгән йыр ҙа күңел йылылығы, яҡты хистәр менән һуғарылған:


Бәпкәм дә бәпкәм, бәпкә икән,

Бәпкәм дә батыр ир икән...


Шулай итеп, риүәйәттәрҙә Салауат Юлаевтың бала һәм үҫмер сағы, ғаиләһе, йәшәү мөхите, донъяға ҡарашы; баш күтәреүселәр хәрәкәтен етәкләүе, уның көрәштәштәре, дошмандары; һуғыш урындары, хәрби операциялары, уңыштары һәм уңышһыҙлыҡтары; ҡулға алыныуы, һөргөнгә оҙатылыуы сағылыш тапҡан. Күп кенә темалар башҡа жанрҙарҙа күтәрелгән темалар һәм мотивтар менән тап килә.


Салауат Юлаев хаҡындағы риүәйәттәрҙә 1773 – 1775 йылдарҙағы ихтилалдың мөһим ваҡиғалары, батша тәхетен тетрәткән оло күтәрелештә башҡорт халҡының уйнаған роле дөрөҫ яҡтыртыла. Әммә художество күренеше булараҡ, улар уйҙырманан да азат түгел, хатта мифологик мотивтар ҙа күренеп ҡала (“Салауатты үрмәкес ҡотҡара”, “Юлайға һыу ҡыҙының әйткәне”). Факт һәм ваҡиғаларҙы бутау, төрлө осорға ҡарауы ихтимал булған күренештәрҙе бер ваҡиға һәм осорға ҡайтарып ҡалдырыу осраҡтары ла бар (әйтәйек, Салауат яуынан ҡалған һуғыш ҡоралдары, ҡәберлектәр хаҡындағы мәғлүмәттәр). Уйҙырмалылыҡ һыҙаттары айырыуса Салауаттың ғаилә тормошон, шәхси сифаттарын һүрәтләүгә бағышланған риүәйәттәрҙә асыҡ күренә: батырҙың утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ бәһлеүән булыуы, ун һигеҙ-егерме бот тартҡан кәүҙәһе, типһә тимер өҙөрлөк көсө һ.б. Был, әлбиттә, аңла­шы­ла торған хәл: йәш кенә көйө төрлө милләттән меңәрләгән кешеләрҙе оло яуға күтәрә алырлыҡ рух көсө булған батыр һәм шағир образын халыҡ ҡыйыулыҡ идеалы итеп күтәрә, уның тарихи эшмәкәрлеген шәхси һәм гражданлыҡ батырлығын эпик традициялар алымы менән һүрәтләй һәм быуындар хәтерендә мәңгеләштерә.


Уртаҡ күренештәр



Йыйып ҡына әйткәндә, Крәҫтиәндәр һуғышын һәм унда Салауат Юлаевтың ролен яҡтыртыусы төрлө жанрҙарға ҡараған фольклор әҫәрҙәре өсөн баш күтәреүселәр хәрәкәтенең милли-азатлыҡ характерында булыуын аңлау; халыҡ һәм айырым шәхестең ролен күрһәтеү; башҡорт хал­ҡының башҡа милләттәр менән дуҫлығы; Салауат Юлаевты ҙур хәрби етәксе һәм шағир булараҡ данлау; фажиғәле ваҡиғаларҙы һәм шуның менән бәйле халыҡ ҡайғыһын һүрәтләү, өмөтлө мотивтарҙың булыуы – уртаҡ күренеш.


Салауат Юлаев, Емельян Пугачевтың тоғро көрәштәше булараҡ, Урал һәм Иҙел буйы халыҡтары араһында киң билдәле. В.П. Кругляшованың топонимик риүәйәттәр тураһындағы мәҡәләһендә башҡорттарҙың милли батырының Урта Уралдағы рус ауылдарында ла яҡшы танылыуы тураһында мәғлүмәттәр бар. 1773–1775 йылдарҙағы ихтилал батырҙарының Башҡортостанда ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә популярлығы тураһындағы мәғлүмәттәр профессор Л.Г. Барагтың мәҡәләләрендә лә осрай. Салауат Юлаев тураһындағы риүәйәттәр “Рус фольклоры”ның сәсмә жанрҙарына ҡараған хрестоматияһында, “Татар халыҡ ижады” ғилми йыйынтығына (риүәйәттәр, йырҙар, бәйеттәр) индерелгән.


Салауаттың һуңғы төйәге булған Эстония ерендә яугир-шағирҙың исеме Палдиски ҡалаһындағы һәйкәл, музей һәм урам атамаһы менән нығытылған. “Башҡорт батыры йыш ҡына диңгеҙгә ҡарап йыр­лар булған. Уның тауышы йыраҡтарға кит­кән”, – тигән риүәйәтте, эстон ҡатыны ауыҙы­нан ишетеп, шағирә Гөлшат Әхмәтҡужи­на ҡағыҙға теркәгән (“Башҡортостан”, 2005 йыл, 111-се һан).


Салауат исеменең халыҡ хәтерендә мәңгеләшеүе уның азатлыҡ көрәшендә айырыуса ҙур роль уйнауы менән бәйле. Тарихи яҙмаларҙан күренеүенсә, бер йылдан саҡ ҡына артығыраҡ ваҡыт эсендә Салауат Юлаев 28 оло яуҙа ҡатнашҡан, шуларҙың 11-ен үҙаллы атҡарған. Ул үҙенең көрәшен 1774 йылдың июлендә Пугачев ғәскәре Волга буйына киткән хәлдә лә туҡтатмаған, июль-ноябрь айҙарында ихтилалдың төп ваҡиғалары Салауат Юлаев етәкселегендә барған. Бына ни өсөн хатта баш күтәреү­селәрҙең дошмандары – генерал-майор П.С. Потемкин, генерал-аншеф П.И. Панин үҙҙәренең Екатерина Икенсегә яҙған хаттарында Салауат Юлаевты “уҙған фетнәнең төп юлбашсыһы” тип танырға мәжбүр булған, уны “данлы Салауат” тип атаған. Потемкин Әбей батшаға ебәргән бер яҙмаһында: “Салауаттың исеме ысынлап та башҡорт халҡының йөрәгендә булырға хаҡлы”, – тип танырға мәжбүр булған. Ихтилалдан һуңғы йылдарҙа уҡ Европала немец һәм француз телдәрендә сыҡҡан баҫмаларҙа Салауат хаҡында мәғлүмәттәр барлығы билдәле (уларҙы әле өйрәнәһе бар).


Хөрмәт билдәһе



Башҡорт халҡының 1773 – 1775 йылдар­ҙағы ихтилалдағы роле, Салауат Юлаевтың яугирлек эшмәкәрлеге төрлө заман тарихсылары, яҙыусылары һәм мәҙәниәтселәре тарафынан юғары баһаланды. Үҙенең “Пугачев тарихы” (ул тәү башлап 1834 йылда “Пугачев бунтының тарихы” исеме менән донъя күрә) тигән китабында бөйөк рус шағиры А.С. Пушкин былай тип яҙҙы: “...Баш­ҡорттар тынысланманы, 1741 йылғы язалап үлтереүҙәр ваҡытында ҡасып ҡалған ҡарт фетнәселәре Юлай үҙенең улы Салауат менән килеп сыҡты. Бөтә Башҡортостан баш күтәрҙе һәм афәт тағы ла ҡеүәтлерәк көс менән ҡыҙып китте”.


Салауаттың яугирлек абруйын дворян тарихсыһы академик А.Ф. Дубровин, тарихсы-краевед П.Л. Юдин һ.б. таныны. Ихтилалды идара итеүсе синыфтар күҙлегенән ҡараған был ғалимдарҙың ошо оло яуҙа башҡорт халҡының көрәшенә, Салауатҡа айырым иғтибары һәм баһаһы үҙе генә лә күп нәмә тураһында һөйләй.

Башҡорттарҙың күтәрелештә тотҡан урынына, Салауаттың яу етәксеһе булараҡ эшмәкәрлегенә XX быуат тарихсылары Ю.А. Лимонов, В.В. Мавродин, В.М. Панеях, Р.В. Овчинниковтарҙың иғтибары ла осраҡлы түгел.


И.М. Гвоздикова үҙенең “Салауат Юлаев: Документаль сығанаҡтарҙы өйрәнеү” исемле монографияһында (Өфө, 1992) 1773 – 1775 йылдарҙағы ихтилалда Салауат Юлаевтың етәкселек маһирлығына, уның батырлығына, маҡсатына тоғролоғона, ғөмүмән, тарихта тотҡан урынына бик ҙур баһа бирә, Салауатты башҡорт халҡының милли геройы, “ихтилалға күтәрелгән халыҡтың иң күре­некле етәкселәренең береһе, социаль иҙеүгә һәм милли тигеҙһеҙлеккә ҡаршы фиҙакәр көрәш һынланышы, иҙеүселәргә ҡаршы көрәштә батырлыҡ һәм ғәййәрлек, рус һәм башҡа халыҡтар менән туғанлыҡ символы” тип атай.


Мәскәү ғалимы профессор В.В. Трепавлов Юлаевты шулай ук “сағыу тарихи шәхес­тәрҙең береһе” булараҡ билдәләне, тотош бер осорҙо – ихтилал йылдарын “Салауат дәүере” тип нарыҡланы. Яугир-шағирҙың азатлыҡ хәрәкәтенә индергән өлөшөнә, етәк­селек роленә Ә.Н. Усманов, Ә.З. Әсфән­диәров, Н.М. Ҡолбахтин һ.б. тарихсыларҙың хеҙмәттәрендә лә тейешле юғары баһа бирелде.


1773 – 1775 йылдарҙағы ихтилал тема­һының әҙәбиәттә, һынлы сәнғәттә, музыкала, ғилми тикшеренеүҙәрҙә урын алыуы – шулай уҡ халыҡ хәтере файҙаһына хеҙмәт иткән ыңғай фактор. С. Юлаевтың үҙ шиғырҙары һәм уның хаҡындағы шиғыр һәм йырҙар; Степан Злобиндың “Салауат Юлаев”, Ғәли Ибраһимовтың “Кинйә”, Аҫылғужа Баһу­мановтың “Салауаттың йәше” романдары, Мостай Кәримдең “Салауат” трагедияһы, Мирас Иҙелбаевтың “Юлай улы Салауат” исемле тарихи-документаль китабы; Сафуан Әлибаевтың “Салауат тауышы” исемле пьесаһы; Шәйехзада Бабич, Рәшит Ниғмәти, Зәйнәб Биишева, Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбай, Хәсән Назар, Тамара Ғәниева, Фа­ки­һа Туғыҙбаева, Ғәзим Шафиҡов, Ирек Кинйәбулатов, Тимер Йосопов һ.б. бик күп шағирҙарҙың шиғырҙары; Заһир Исмәғи­левтең “Салауат Юлаев” операһы, Хөсәйен Әхмәтов менән Нариман Сабитовтың “Тау бөркөтө” балеты, Сосланбәк Тавасиевтың атаҡлы Салауат һәйкәле, Тамара Нечаева­ның скульптуралары; Ғабдулла Мостафин, Рәхим Ишбулатов, Алексей Кузнецов һ.б. рәссамдарҙың Салауатҡа һәм, ғөмүмән, ихтилалға бағышланған картиналары; Әхнәф Харисов яҙмалары, Инга Гвоздикованың монографияһы, Фәнүзә Нәҙершинаның баш­ҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә әҙерләнеп, “Салауат башҡорт фольклорында” тигән ике томдағы йыйынтығы (2008) һ.б. баҫмалар – былар бөтәһе лә халыҡтың милли ғорурлығы һәм гражданлыҡ, илһөйәрлек той­ғоларын үҫтереүсе әҫәрҙәр. Уларҙың нигеҙендә тарихи яҙмалар менән бер ҡатарҙан фольклор мотивтары ята. Телебеҙҙә йәшәгән “халыҡ хәтере” тигән оло һәм изге төшөнсә, быуаттарҙы быуаттарға тоташтырып, бер быуындың аманатын икенсеһенә еткереп, хәҙергегә һәм киләсәккә хеҙмәт итә.


Салауат Юлаев Өфө төрмәһенән яҙған бер хатында (1775 йылдың 7 майы), үҙенең яуҙаш дуҫтарына һәм туғандарына мөрә­жәғәт итеп, былай тигән: “Беҙҙән ҡурҡмағыҙ. Беҙ хәҙер йәшәй торған йортта халыҡ тура­һында бер ниндәй ҙә күрһәтеү бирмәнек, уның именлеген ҡайғырттыҡ. Ул халыҡ беҙҙе лә үҙенең изге доғаларынан ҡалдырмаһын ине”. Регуляр ғәскәр командаһының ҡулына эләккән был хат заманында тәғәйенләнгән урынына барып етмәй, әммә тотҡондоң ырыуҙаштары, батырҙың азатлыҡ байрағы аҫтында берләшкән халыҡтар, әйтерһең дә, Салауаттың васыятын үҙ ҡолаҡтары менән ишетеп, мәңгелеккә хәтеренә һеңдергән.


Бына өсөнсө быуат инде башҡорттар, Рәсәй халыҡтары “милләтенең символына әйләнгән беренсе башҡорт” (Мостай Кәрим) Салауат Юлаевтың яҡты образын хәтеренән юймай, күңеленән сығармай ҡәҙерләп һаҡлай. Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың Указы менән республикала йыл һайын июнь айында Салауат Юлаев көндәре байрам ителә. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербының үҙәгендә Салауат һынының тороуы, яугир-шағирға бағышлап “Салауат Юлаев: Энциклопедия” (баш ред. И.Ғ. Илешев) тигән фундаменталь хеҙмәттең нәшер ителеүе шул хаҡта һөйләй, шәхестең масштабын, юғарылығын күрһәтә.


Беҙҙең ошо яҙманы ла уҡыусылар данлы Салауатҡа, халыҡтың мәңге тере хәтеренә ҡәҙер, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хөрмәт билдәһе булараҡ ҡабул итһен ине.