Ишембай районы Аҙнай яланындағы яңылыҡтар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.
Бөгөн VIII "Ҡош юлы" асыҡ бард фестиваленең беренсе көнө. Кискә ҡарай яланда кешеләр күбәйә, уларҙың барыһын да ойоштороусылар сәхнә тирәһенә танышырға йыйҙы.
Ишембай районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгөл Бикбулатова сығыш яһап, "Ҡош юлы"ның матур үтеүен теләне, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Ирина Ходырева тәьҫораттары менән бүлеште.
"Ошондай фестивалдә беренсе тапҡыр. Үҙемде бик күңелле лагерҙағылай хис итәм. Бында бик көслө яҡшы энергетика, бер төркөм ижади йәштәрҙең сара ойошторам тип янып йөрөүе һоҡландыра. Уларға артабан да уңыштар теләп ҡалам!" - тине ул.
Хәҙер барыһы ла ҙур төнгө усаҡҡа йыйыласаҡ.