Ошондай теләк белдерҙе VIII "Ҡош юлы" башҡорт бард фестивален асыу тантанаһында Ишембай район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов.
Бынан бер нисә сәғәт элек Аҙнай яланында фестивалдә ҡатнашыусы бәйгеселәр, атап әйткәндә, гитарала уйнап йырлаусылар һәм йәш ижадсылар майҙан тота башланы.
Тиҙҙән "Ҡош юлы" башҡорт бард фестиваленең һәм шиғриәт бәйгеһенең еңеүселәре билдәле буласаҡ.