Бөтә яңылыҡтар

Заман образын тыуҙырыу еңелме?

Башҡортостандың Бәләбәй районында тыуған, бөгөн Таллинн ҡалаһында йәшәгән яҙыусы Динә Гаврилованы Рәсәй уҡыусыһы күберәк интернет селтәре, электрон китаптар, ижади осрашыуҙар аша яҡшы таный. Уның йыйынтыҡтарының исем туйҙары Башҡортостанда ла үткәне бар. Ошо арала З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала әҙибә Динә Гаврилова менән осрашыу ойошторолдо.

Автор фотоһы.
Башҡортостандың Бәләбәй районында тыуған, бөгөн Таллинн ҡалаһында йәшәгән яҙыусы Динә Гаврилованы Рәсәй уҡыусыһы күберәк интернет селтәре, электрон китаптар, ижади осрашыуҙар аша яҡшы таный. Уның йыйынтыҡтарының исем туйҙары Башҡортостанда ла үткәне бар. Ошо арала З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала әҙибә Динә Гаврилова менән осрашыу ойошторолдо.


Динә менән Таллинн ҡалаһында Аҙ һанлы халыҡтар байрамында танышҡайныҡ. Ул сит илдә йәшәһә лә, бөтә геройҙары, хатта уларҙың күбеһенең прототиптары – Башҡортостан кешеләре. Сыуаш телле яҙыусы әсәһенең, уның дәүере образын тыуҙырғанда шул осорҙоң картиналарын бик оҫта һүрәтләй. Сара барышында ул “Һалҡын йылдарҙың төҫө” әҫәренән өҙөктөң аудиовариантын да тәҡдим итте. Ирекһеҙҙән Г. Яхинаның “Зөләйха күҙҙәрен аса” романы иҫкә төштө. Тик унан айырмалы, Динәнең героиняһы – кисерештәре тышҡа сығармаған, ниндәй хәлдә лә сабыр булып ҡала белгән көслө рухлы ҡатын. Төрки!
“Чап-чап уйахе” (“Баллы ай”) йыйынтығының исем туйы барышында яҙыусы китап сығарыу эше, әҙәби агенты булыуы тураһында ла әйтте. Бөгөн Европала ҡәләм оҫталарының улар менән эшләүе – киң билдәле һәм даими ҡулланылған күренеш.
Өфө шағиры Галарина сарала “Динә Гаврилованың өс теле / өс төҫө” тигән документаль фильмын ҡунаҡтар хөкөмөнә сығарҙы. Үҙенсәлекле килеп сыҡҡан. Унда әҙибәнең образы ла, сыуаш халҡының йолалары ла сағылдырылды.
– Мин шул тиклем әсәйем менән рухи бәйләнештә йәшәйем. Ул минең илһамым да. Яҙған бар әҫәрҙәремдең төп йөкмәткеһе – әсәйем һөйләгән тарихтар. Хатта ҡулға ҡәләм алыуым да әсәйемде һағыныуҙан башланды! – тине Динә документаль фильмда төп героиня булараҡ сығыш яһаған халыҡсан телмәрле әсәһе хаҡында.
Сарала шағир, тәржемәсе Дамир Шәрәфетдинов ҡатнашты. Ул үҙ сығышында Динәнең әҫәрҙәре башҡорт теленә бик еңел тәржемә ителеүе тураһында әйтте. Әйткәндәй, роман “Ағиҙел” журналында баҫыла баш­лаясаҡ. Журналист, яҙыусы Гөлдәриә Йосопова әҙибәгә уңыштар теләне һәм Баш­ҡортостандың Федоровка районында уҙған осрашыуҙарҙа уны бик йылы ҡабул итеүҙәрен билдәләне.
Шәхсән төрки ҡатынының тормош һы­науҙарына бирешмәй, күҙ йәштәрен тышҡа түгел, ә йөрәгенә тамыҙған образын сағыл­дырған героиняны сәхнәлә күрергә теләк тыуҙы. Кем белә, бәлки, Динә проза геройын драма геройына әйләндерер! Дөрөҫөрәге, сәхнә геройына?!