Башҡортостандың Милли музейында республиканың - 100 һәм Милли музейҙың ойошторолоуына 155 йыллығына арнап, "Яратҡан ҡалам" тип аталған күргәҙмә эшләй башланы.
Күргәҙмәлә И.И. Урядов, В.С. Сыромятников, В.Э. Меос, А.Г. Королевский, А.Д. Бурзянцев кеүек ҡылҡәләм оҫталарының эштәре аша баш ҡалабыҙҙың төрлө дәүерҙәрҙәге йөҙө сағыла. Шулай уҡ Б.М. Пискунов, Н.А. Протопоповтарҙың һирәк эштәре урын алған.
Әйткәндәй, һуңғы автор Пролетар художество музейы коллекцияһын тулыландырыусыларҙың береһе, Өфәләге Юғары художество курстары етәксеһе. Рәссам ҡорамдар темаһына бер нисә эш ҡалдырған. Архитектор Г. Вагиндың эштәре ошо теманы сағылдыра.
Өфөнөң йөҙө быуатлап түгел, унйыллыҡтар, йылдар эсендә үҙгәрә. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы ҡайһы бер урындарҙы хәҙер бары тик рәсемдәрҙә, фотоларҙа ғына күреп була. Әгәр элекке мөхиткә сумып, һағыш тулҡындарында йөҙөргә теләйһегеҙ икән, рәссамдарҙың, фотографтарҙың Өфөгә арналған күргәҙмәһенә рәхим итегеҙ!