– Балаҡайым, әллә кире уйлайһыңмы, анау яҡта алтын бар, ти. Барһаң, баҡыры ла юҡ, – тигәнен Рәзифә ишетергә лә теләмәне.
– Юҡ инде, китәм тигәс, китәм, бер минутҡа ла бында ҡалмайым. Ике дипломым була тороп, бушҡа һеперелеп йөрөргә ни. Кеше “сит ил” тип юҡҡа зыҡ ҡупмайҙыр әле. Исмаһам, ҡәҙерем булған ергә китәм, эшләрмен дә, аҡсаһын да көрәп алырмын.
–Ҡартайған көнөмдә эргәмдә булһаңсы, тигәйнем. Ауырымаҡ бар, һыҙламаҡ бар, тигәндәй. Донъя хәлен кем белә… –Берҙән-бер балаһының әллә ҡайҙа сығып олағыуын теләмәгән әсә ҡыҙының күҙҙәренә йәнә тилмереп баҡты. Әммә еңмеш ҡыҙҙы ҡайҙа кире һүреү! Ул һаман үҙенекен тылҡыны.
– Эй, әсәй, 80 йәштә ниндәй ҡартайыу, ти, тағы...
Рәзифәнең шулай, бөтәһен өҙөп-һуғып, Италияға сығып китеүенә хәҙер ике йылдан ашыу инде. Унда ул фалиж һуҡҡан бер әбейҙе ҡарай.
Бына бөгөн дә ул иртән тороп ашарға әҙерләне лә үҙе ҡараған ҡарсыҡты урынынан ҡалҡытып торғоҙҙо. Өҫ-башын алмаштырғас, бит-ҡулдарын, аяҡтарын йыуып алды. Унан түшәк-мендәрҙәрен рәтләне. Ҡалаҡлап тамағына ашатты.
Ә был мәлдә, Урал тауҙары араһында ләж ауырып ятҡан ғәзиз әсәһе “кем генә дарыуханан дарыу алып килер икән” тип зарығып кеше көтә ине...
Фото: portaldooestefm.com