Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Август 2019, 18:00

Бер көндә ниндәй ике тәҡдим яһалған? йәки Бер осрашыу барыһын да хәл иткән

Һуңғы йылдарҙа кино сәнғәтендә быға тиклем тойолмаған йәнлелек һиҙелә. Һүҙ Рәсәй генә түгел, үҙебеҙҙең башҡорт фильмдары тураһында ла бара. Хәҙер халыҡ “зәңгәр экран”дарҙа төрлө фильм ҡарай, кинотеатрҙарға йөрөй. Ошо хәл ял көндәрендә йә эштән һуң ғына түгел, хатта хеҙмәт көндәрендә төш мәлендә лә күҙәтелә: бер нәмәгә ҡарамай, ваҡыт табып, яратҡан киноһын ҡарарға кинотеатрға баралар. Был, әлбиттә, фильм авторҙарына яҙмыш тарафынан бүләк ителгән уңыш ҡына түгел, ә уларҙың, әллә күпме кешенән торған берҙәм команданың, фиҙакәр хеҙмәт емеше. Ошондай уҡ күренеш “Беренсе Республика” фильмына бәйле лә күҙәтелде. Тимәк, кинематограф халыҡ һөйөүен яулай алған. Бөгөн З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы САЛАМАТОВА менән һүҙебеҙ ошо “Беренсе Республика” фильмы һәм башҡалар хаҡында.

Һуңғы йылдарҙа кино сәнғәтендә быға тиклем тойолмаған йәнлелек һиҙелә. Һүҙ Рәсәй генә түгел, үҙебеҙҙең башҡорт фильмдары тураһында ла бара. Хәҙер халыҡ “зәңгәр экран”дарҙа төрлө фильм ҡарай, кинотеатрҙарға йөрөй. Ошо хәл ял көндәрендә йә эштән һуң ғына түгел, хатта хеҙмәт көндәрендә төш мәлендә лә күҙәтелә: бер нәмәгә ҡарамай, ваҡыт табып, яратҡан киноһын ҡарарға кинотеатрға баралар. Был, әлбиттә, фильм авторҙарына яҙмыш тарафынан бүләк ителгән уңыш ҡына түгел, ә уларҙың, әллә күпме кешенән торған берҙәм команданың, фиҙакәр хеҙмәт емеше. Ошондай уҡ күренеш “Беренсе Республика” фильмына бәйле лә күҙәтелде. Тимәк, кинематограф халыҡ һөйөүен яулай алған. Бөгөн З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы САЛАМАТОВА менән һүҙебеҙ ошо “Беренсе Республика” фильмы һәм башҡалар хаҡында.


– Гөлсәсәк, һине күптәр “Бабич”, “Беренсе Республика” фильмдарына сценарий яҙған ижади шәхес булараҡ белә. Һуңғыһы быйыл халыҡ хөкө­мөнә сығарылды, һәм тамашасылар уны яратып ҡабул итте. Был фильмды төшөрөү идеяһы ҡайҙан килеп сыҡты?

– 2013 йылда Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артист­каһы Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева менән “10 июль – көн һәм быуат” тип аталған диплом спектаклен әҙерләп күрһәткәйнек. Был ваҡытта курста 12 студент ине. Улар менән, башҡорт әҙәбиәтенең, сәнғәтенең нигеҙен булдырған шәхестәрҙең яҙмышын сәхнә теле аша һөйләп биреү маҡсатын ҡуйып, ең һыҙғанып эшкә тотонғайныҡ.


Мин З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында башҡорт теленән уҡытам. Ошо көндә “Композиция” бүлегендә белем алған студенттарға арҙаҡлы йырсыбыҙ, композиторыбыҙ Ғәзиз Әлмөхәмәтов тураһында текст әҙерләп килгәйнем. Һүҙ араһында уның үткән быуатта золом ҡор­банына әүерелеүе, 1938 йылдың 10 июлендә атылыуы хаҡында әйттем. Шул уҡ көндә Дауыт Юлтый, Ғөбәй Дәүләтшин, Төхвәт Йәнәби, Вәлиулла Мортазин, Мөхтәр Байымов, Ғабдулла Амантай кеүек башҡорт әҙәбиәтендә, театрыбыҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең һәләк булыуын да телгә алдым.


Дәрес тамамланғас, Таңсулпан Даһи ҡыҙы менән осраштыҡ. Ошо ваҡытта диплом спектакленең темаһы тыуҙы. Шулай итеп, студенттар менән бергә архив мәғлүмәттәрен өйрәнә, китаптар уҡый башланыҡ. Ҡуйыласаҡ диплом спектаклендәге ролдәр бүлен­гәс, һәр студент үҙ ролен тулы, йөкмәткеле итеп уйнарға тырышты. Был хәл ысын мәғәнәһендәге ижад мәктәбенә әүерелде. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бар тупланған материал сценарийға әйләнде һәм диплом спектакле итеп әҙерләнде.


– Улай булғас, был көн хәтереңдә яҡшы ҡалғандыр...

– Эйе, шулай итеп, 2013 йылдың 10 апрелендә спектаклдең премье­раһы үтте. Уға М. Аҡмулла исе­мендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт фило­логияһы факультеты студенттары һәм уҡытыусылары килде. Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың, ғалимә Гөлнур Ҡас­ҡынованың, музыка белгесе, журналист Миләүшә Иҙрисованың фәнни мәҡәләләрен спектаклде яҙғанда файҙаланғайныҡ. Улар ошо сара айҡанлы шатлығыбыҙҙы килеп уртаҡлашты. Шағир, әҙәби тәнҡитсе, журналист, “Башҡортос­тан” гәзитенең элекке баш мөхәррире Азамат Юлдашбаевтан да бик матур хуплау һүҙҙәрен ишеттек.


Ошо тарихи мәлдәр, студент­тарыбыҙҙың диплом эше иҫтәлеккә ҡалһын тип, спектаклде видео­таҫмаға төшөрөү маҡсатында билдәле кинорежиссер Булат Йосоповты ла саҡырҙыҡ. Ул диплом эшен ҡарағас, беҙгә, Таңсулпан Даһи ҡыҙы менән икебеҙгә, спектаклде кино сценарийына әйлән­дерергә тәҡдим итте. “Әлеге тема мин төшөрөргә теләгән фильмдың икенсе өлөшө буласаҡ. Тәүгеһе – “Бабич”, – тине. Шулай итеп, беҙгә бер көндә ике фильмға сценарий яҙыу тәҡдиме яһалды.


– Тап ошо осрашыу сценарий яҙыу өсөн хәл иткес роль уйнаған түгелме?

– Эйе. Әле, йылдар үткәс, ике фильм да тамашасы хөкөмөнә сығарылғас, 2013 йылдағы был ваҡиға иҫкә төшә лә, үҙем өсөн генә шундай һығымта яһап ҡуям: Булат Йосоповтың да, Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичеваның да, минең дә – һәр беребеҙҙең – күңелендә халҡыбыҙға батырҙарыбыҙ, шә­хестәребеҙ исемен ҡайтарыу юлы аша хеҙмәт итеү тигән тойғо йәшәгән. Йәғни, ниндәйҙер оло ваҡиғаға үҙ исемеңде ҡушыу түгел, киреһенсә, үҙендең мөм­кин­лектәрең аша бөйөктәргә дан йырлау. Шул беҙҙе фекерҙәш иткән, ошо ике фильмдың тыуыуына сәбәпсе булған.


– Был фильмдар тамашасы ҡарауына сығарылғанға тиклем дә сценарийҙар яҙа инең түгел­ме? Туған телебеҙ нескәлектәрен өйрәнгән ғалимәгә был эшкә тотоноу өсөн нимә этәргес булды?

– Эйе, шулай. Нимә тип яуап бирһәм дә, дөрөҫ булмаҫ кеүек. Сценарий яҙырға кәрәк тигән тәҡдимдәр менән эш итәм, тип әйтеү урынлылыр. Миңә фәнни мәҡәләләр яҙыу барыбер нығыраҡ оҡшай, тип тә өҫтәр инем.


– “Беренсе Республика” фильмына килгәндә, сценарий оҙаҡ яҙылдымы, архивтарҙа байтаҡ эҙләнергә тура килдеме?

– Ваҡыт иҫәбе менән әйтеп булырмы икән? Юҡтыр. Башҡорт филологияһы менән мәктәп йылдарынан төплө шөғөлләндем. Электән ғаиләбеҙҙә бик бай китапханабыҙ бар. Шуға фильмда яҡтыртылған шәхестәрҙең ижады менән бала саҡтан таныш инем. Бынан тыш, атайым Дәүләтбай Сөләймән улы яҡшы тарихсы булды. Өҫтәүенә ғаиләбеҙҙә тарихи ваҡиғалар йыш бәйән ителә ине. Ә фильм буйынса архив мәғлүмәттәрен туплау фильмды төшөрөү тамамланғанға тиклем барҙы. Йыйылған материалдарҙың шаҡтай өлөшө файҙаланылмай ҡалды, әммә улар барыһы ла фильмдың фекерендә, ундағы алымдарҙа файҙаланылды.


– Быға тиклем Башҡорт­остандың төрлө ҡалаларында, райондарында халыҡҡа “Беренсе Республика” фильмын күрһәтә инегеҙ. Әле был эш туҡтап ҡалды түгелме?

– Фильмдың прокат буйынса тәүге өлөшө тамамланды. Ул шартлы рәүештә икегә бүленгәйне: тәүгеһе премьера айҡанлы ҡалаларҙа халыҡты фильм менән таныштырыу булһа, икенсеһе – “Урал” фонды ярҙамы һөҙөм­тәһендә бушлай күрһәтеү. Әйт­кәндәй, был фонд ярҙамында беҙ республика буйлап 50 фильм­ды бушлай күрһәттек. Форсаттан файҙаланып, фонд етәксеһе – Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.


– Әле ниндәй сценарий яҙаһың?

– Ошо юҫыҡта эште дауам итергә теләк тә, маҡсат та бар, әлбиттә. “Беренсе Республика” фильмын республиканың барлыҡ райондарында тиерлек күрһәттек. Һәр ерҙә халыҡ артабан да ошондай кино төшөрөүебеҙҙе һорай: Салауат Юлаев, Муса Мортазин, Рәми Ғарипов һәм башҡа шәхес­тәребеҙ тураһындағы фильмдарҙы көтәләр.


– Әйткәндәй, Мәскәү, Санкт-Петербург, Пенза һәм Владимир ҡалаларында үткәрелгән “FESTPRO” халыҡ-ара фестивалендә иң яҡшы тулы метражлы кино тип “Бабич” (режиссеры – Булат Йосопов) киноһы аталғайны, шулай уҡ “Беренсе Республика” фильмының сценарийы иң яҡшыһы тип танылғайны. Шулай итеп, Таңсулпан Даһи ҡыҙы менән берҙәм эшегеҙ ил кимә­лендә баһа алды, тип әйтергә мөмкин. Был, әлбиттә, бик ҡыуа­ныслы күренеш. Бынан тыш, баҫмаға тарихи китаптар ҙа әҙерләйһең икән.

– Быйыл М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын ҡаршылай. Шул уңайҙан коллегам – З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Айһылыу Сәғитова менән бергә башҡорт һәм рус телдәрендә театрҙың тарихи үткәне һәм хәҙерге осоро тураһындағы очерктарҙы үҙ эсенә алған ике томлыҡ фәнни китап әҙерләйбеҙ. Көҙ айҙарының береһендә уны ҡулға алырға насип булыр тигән өмөт бар.
Читайте нас: