Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Август 2019, 17:43

Өфөгә Сөмбөл аға килә!

"Көмөш Аҡбуҙат" кинофестивале донъя кинематографистарын туплай.

"Көмөш Аҡбуҙат" кинофестивале донъя кинематографистарын туплай.


Өфөлә үтәсәк IV "Көмөш Аҡбуҙат" этник, милли һәм ваҡиғалы кинофестиваленә Рәсәй киноһы йондоҙҙары килеүе көтөлә. Араларында Данил Спиваковский, Сергей Никоненко, Сергей Шакуров кеүек халыҡ араһында исемдәре киң билдәле шәхестәр ҙә бар.


Сериалдар яратыусылар өсөн "Великолепный век" фильмында Сөмбөл аға ролен башҡарған актер Селим Байраҡтарҙың ҡунаҡ булараҡ килеүе үҙе бер ваҡиға булыр, моғайын. Нимә генә тимә, донъя халҡы кино ҡарарға ярата.


"Көмөш Аҡбуҙат"тың үҙенсәлеге бар: ул тап милли, этник, халыҡ асылына нигеҙләнгән фильмдарҙы бер майҙанда туплауы менән айырылып тора.


Ике йыл ялдан һуң "Башҡортостан" концерт залында башҡорт режиссеры Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" фильмы менән асыласаҡ фестиваль 24 - 27 августа үтәсәк. Сарала Рәсәйҙең 10 төбәгенән, сит илдәрҙән 48 фильм күрһәтеләсәк.


Фестивалдең географияһы - Африка, Австралия, Һиндостан, Иран, Индонезия, Непал, Литва, Франция, Польша, Молдава, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан.


Тағы ла бер яңылыҡ - фестивалдә Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса Башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны социаль һәм ваҡиғалы фильм төшөргәндәргә махсус бүләк тапшырасаҡ.


Фото: mail.ru