Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Август 2019, 22:23

Сергей Шакуров Башҡортостанға ял итергә бирмәй

Уның өсөн нимә Гиппократ антылай мөһим?

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Рәсәйҙең халыҡ артисы, баһалама комиссия рәйесе Сергей Шакуров Башҡортостанда, әлбиттә, беренсе тапҡыр түгел. Ул беҙгә даими рәүештә спектаклдәр менән килеп тора.
Быйыл ноябрҙә лә “Насар ғәҙәттәр” әҫәре менән киләсәге тураһында әйтте. Ә фестивалде асыу тантанаһында ул барыһын да байрам менән ҡотланы һәм һәр эште етди ҡараясаҡтары хаҡында белдерҙе. Бөгөн улар сараға тәҡдим ителгән дүрт фильмды ҡарап та өлгөргән.
“Иң мөһиме – бер деталде лә төшөрөп ҡалдырмай, һәр фильмды ентекле ҡарап сығыу. Был беҙҙең өсөн табиптарҙың Гиппократ анты кеүек мөһим”, – тине Сергей Шакуров.
Читайте нас в