Әгәр ҙә һеҙ бына бөгөн, ошо ваҡытта "Каруанһарай" алдына барһағыҙ, ундағы эскәмйәләрҙең береһендә "Өфөнән һөйөү менән!" фильмында төп ролде башҡарған Уралды, йәғни Асҡар Нагаевты осратасаҡһығыҙ.
Асҡар – үҙенсәлекле егет. Был уның үҙен тотоуында, кейгән кейемендә, һөйләгән хәбәрендә асыҡ сағыла.
– Минең өсөн талант төшөнсәһе юҡ, – ти ул. – Хатта һөнәренең оҫтаһы тип һаналған ҡайһы бер актерҙарҙың уйынын күреп, күңелем ҡайтҡаны булды. Ҡайһы ваҡыт минең өсөн донъяла яҡшы кино юҡ кеүек тойолоп китә.
– Донъяуи кимәлдә кино сәнғәтен бөтөрөп ташлағас, һинең өсөн башҡорт кинематографияһы сүп кенәлер? "Өфөнән һөйөү менән" фильмындағы үҙ эшеңә нисек ҡарайһың? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Юҡ. Бар ул башҡорт кино сәнғәте. Һәм беҙҙең кино ла ваҡытында үҙ һүҙен әйтте, үҙ тамашасыһын тапты, – тине Асҡар.
– Айнур Асҡаров тағы ла үҙ проекттарына саҡырһа, ризалыҡ бирәһеңме? – тием.
– Әлбиттә. Уның менән мин ябайыраҡ тойолам, донъяны еңелерәк аңлайым төҫлө. Атайым кеүек тойолоп китә ул миңә. Минең атайымдың да исеме Айнур ине, – тип яуапланы Асҡар.