Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Август 2019, 02:07

Мәргән уҡсылар – Ғафуриҙа

Ғафури районының Имәндәш ауылы эргәһендә, Уҡлыҡая итәгендә һыбай һәм традицион уҡ атыу буйынса IV халыҡ-ара “Мәргән уҡсы” фестивале йәнле бара.

Фото: "Табын" гәзитенән.
Фото: "Табын" гәзитенән.
Ғафури районының Имәндәш ауылы эргәһендә, Уҡлыҡая итәгендә һыбай һәм традицион уҡ атыу буйынса IV халыҡ-ара “Мәргән уҡсы” фестивале йәнле бара.


Өс көн дауам иткән сарала республиканың төрлө район-ҡалаларынан, Дағстандың – Каспийск, Ҡаҙағстандың Нурсолтан ҡалаларынан һәм башҡа ерҙәрҙән килгән уҡсылар тәүге көндә һыбай килеш уҡ атыуҙа көс һынашты. Бәйгеселәрҙе Калининград ҡалаһынан, Литванан һәм Төркиәнән килгән судьялар баһаланы.


Уҡсыларҙы район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов халыҡ-ара фестиваль башланыу менән тәбрикләп: “Ҡунаҡсыл Ғафури ерендә, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған төйәгендә, утыҙлаған милләт кешеһе дуҫ-татыу йәшәгән районыбыҙҙа, ошондай хозур тәбиғәт ҡосағында һеҙҙе ҡаршылауыбыҙға шатбыҙ. Һеҙгә бәйгеләрҙә еңеүҙәр теләйем”, – тине. “Мәргән уҡсы” автономлы коммерциялы булмаған ойошма етәксеһе Юлай Ғәлиуллин да ярыштың яҡшы үтеүен теләне. Уҡ-һаҙаҡ таҡҡан, милли кейемдәрҙәге уҡсылар ярһыу аттарҙа ярыш үтәсәк урынға йүнәлде. Улар йәрәбә тартҡандан һуң, бәйге башланып та китте.


Фестивалде ойоштороусыларҙың береһе Гөлгөнә Баймырҙина әйтеүенсә, һыбай уҡ атыу ярышында ҡатнашырға утыҙлаған уҡсы теләк белдергән, шуларҙың күбеһе килгән. Араларында Ҡаҙағстандан Әлиә Бекен исемле ҡыҙ ҙа бар. Тәүге көндә һыбай уҡ атыуҙа Кореяның ике дисциплинаһы буйынса ярыштылар. Юлай Ғәлиуллин был турнирҙың үҙенсәлеге менән таныштырып, уҡсылар һыбай сабып килгән көйө сәпкә ата, дистанция 90 метр, тәүҙә – ике, һуңынан өс сәпкә тейҙерергә кәрәк, тине.


Ярыш бик ҡыҙыу, сәмле барҙы. Һөҙөмтәлә Әбйәлил районынан Рушан Хәсәнов – беренсе, Өфөнән Юлай Ғәлиуллин – икенсе, Өфөнән Денис Өмөтбаев – өсөнсө, ҡаҙаҡ ҡыҙы Әлиә Бекен дүртенсе урындарға лайыҡ булды. Иң яҡшы 12 уҡсы “Евразия Кубогы” өсөн бәйгелә көс һынашты.
Читайте нас