Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Сентябрь 2019, 13:30

Флүрә Туйсинаны юғалтҡандар...

"Вәғәҙә", "Иҫән йөрөгөҙ, балалар", "Умырзая"... Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Туйсина был йырҙарҙы үҙенсәлекле итеп башҡарыуы менән тамашасыларҙың күңелен биләп алды. Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында йәшәүгә ҡарамаҫтан, уны Өфөлә үткән концерттарға йыш саҡырҙылар, гастролдәргә сығырға ла ваҡыт тапты талантлы йырсы.Әммә һуңғы ваҡыттарҙа Флүрә Туйсинаны тамашасылар юғалтҡан.

"Вәғәҙә", "Иҫән йөрөгөҙ, балалар", "Умырзая"... Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Туйсина был йырҙарҙы үҙенсәлекле итеп башҡарыуы менән тамашасыларҙың күңелен биләп алды. Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында йәшәүгә ҡарамаҫтан, уны Өфөлә үткән концерттарға йыш саҡырҙылар, гастролдәргә сығырға ла ваҡыт тапты талантлы йырсы.


Әммә һуңғы ваҡыттарҙа Флүрә Туйсинаны тамашасылар юғалтҡан. Йырсы менән элемтәгә инеп, беҙ бының сәбәбен белдек.


– Ауылда мәҙәниәт йорто етәксеһе инем, эшемдән алғас, иптәшем менән ситкә сығып китергә булдыҡ, – тине ул. – Әле көс тә, дарман да етерлек. Аҙыраҡ балаларға ла ярҙам итәйек, тип уйланыҡ. Эшебеҙ көйлө генә барһа ла, сәхнә барыбер һағындыра. Алла бирһә, тыуған яҡҡа ҡайтып, тамашасыларҙы йырҙарым менән ҡыуандырырмын әле.


Тиҙерәк ҡайт, Флүрә апай!


Фото: йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас