Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Сентября 2019, 09:31

71 йәшлек бәпес

Телевизорҙан мине күреп ҡалһа, "Ана минең бәпесемде күрһәтәләр!" – тип янына уҡ барып ултыра...

Фото: bashdram.ruФото: bashdram.ru
Фото: bashdram.ru
Бик һирәктәргә генә тәтей торған ғәжәп бәхетле яҙмышлы артист ул Рәүис ағай. Ҡайһы бер тамашасыларҙың фәҡәт ул ҡатнашҡан спектаклдәргә генә йөрөүе лә сер түгел.


Ысынлап та, ғәжәп кеше ул: сәхнәгә килеп сығып, әлегә бер ни өндәшмәһә лә, зал йәнләнә лә китә. Бына ошо түгелме ни шәхестең таланты!
Башҡорт театрының үҙенсәлеле йәменә әүерелгән Рәүис ағай Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәммәт ауылында туғыҙ балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Ауылдарынан юғары уҡыу йортона ингән иң беренсе кеше лә ул.
“Аллаға шөкөр, әсәйем иҫән, 95 йәштә. Үҙен һәйбәт тоя, сәләмәтлеге һәйбәт. Инде үҙем етмеште үтһәм дә, әсәйем өсөн һаман да бәпесмен. Ауылға ҡайтһам, "бәпесемде минең” тип ҡосаҡлап алһа, үҙемде донъяла иң бәхетле кеше итеп тоям. Телевизорҙан мине күреп ҡалһа: "Ана минең бәпесемде күрһәтәләр", – тип янына уҡ барып ултыра. Әсәйле булыуҙан да ҙур бәхет юҡ икән!"
Читайте нас