Билдәле йырҙар авторы, шағирә бер кисәлә “Тәфтиләү”ҙе һуҙып ебәргәс, халыҡ аптырап ҡалды. Тамашасылар уны тын да алмай тиерлек тыңланы.
Кемдер, ысын артистарыңа биргеһеҙ, тип бышылданы. Икенселәр, был Зөһрә ниңә генә йырсы булманы икән, тип ҡуйғайны...
“Бөтә музыка ҡоралдарында ла өйрәнергә теләгем шул тиклем ҙур ине. Мандолинала, гармунда, гитарала әҙерәк уйнай инем, – тип хәтерләй бала сағын шағирә. – Унынсы класта уҡығанда “Башҡортостан пионеры” гәзитендә “Кем ғәйепле?” тигән беренсе хикәйәм баҫылды. Унан килгән тәүге гонорарға скрипка һатып алдым. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына барҙым. Әммә эсен-тышын ҡарап йөрөнөм дә кире ҡайтып киттем. Шундай уҡыу йортоноң эсенә инергә ҡыйыулығым етмәне. Сәхнәне шул тиклем илаһилаштырып ҡарауҙан булғандыр инде был. Ошо мөхәббәт тойғом журналист булғас, ижади һөнәр эйәләре, сәхнә шәхестәре хаҡында әңгәмәләр, очерктар яҙғанда бик ярҙам итте. Уларҙың тормошон яҡындан белеп һөйләшкәс, кеше асыла, ҡыҙыҡлы материал килеп сыға".