Һәр береһендә — бөтмәҫ-төкәнмәҫ рухи байлыҡ.
Быйыл күренекле ғалимә, фольклорсы, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәеваның дүрт китабы донъя күрҙе. Бөгөнгө яҙмала уларға ҡыҫҡаса байҡау яһайыҡ.
Мөнәжәттәрҙең асылы хаҡында
Мөнәжәттәр – башҡорт фольклорының сағыу жанры. “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығының 15-се томы булып сыҡҡан “Мөнәжәттәр” томы – етди хеҙмәт, күптән көтөлгән ваҡиға. “Дөйөм төрки әҙәбиәтендә киң таралған жанр булараҡ, ислам дине йоғонтоһо ингән һәр халыҡтың нәфис һүҙ, көй сәнғәтенә, ижадына, әҙәбиәтенә хас жанр. Ислам дине тәғлимәттәрен ижади сағылдырыу, Аллаһ алдында йән, күңел паклатыу, уның ярҙамына һәм кисереүенә мохтаж булыу, донъялыҡтағы һәр әһәмиәтле ваҡиғаны уның ризалығы аша үткәреү – барыһы ла мөнәжәттә ифрат тойғоло, образлы сағыла. Иман тураһында дини фекер генә түгел, ә донъя, ғүмер, кеше ҡылығы, тәрән эске хис донъяһы тураһында киң ҡарашлы, сағыу тойғоло тәрән фәлсәфә, башҡорттоң нескә психологик асышы ла ул мөнәжәт”, – тип яҙа Розалия Солтангәрәева баш һүҙендә.
Киң мәғлүмәтле, төрлө халыҡ традициялары менән сағыштырыуға нигеҙләнгән был хеҙмәт фәнгә лә, йәмәғәтселеккә лә файҙалы. Баҫманың тағы бер үҙенсәлеге – “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығын сығарыу тарихында мөнәжәттәргә айырым иғтибар бүлеү – тәүгегә. Автор-төҙөүсе быға тиклем жанрға иғтибар иткән ғалимдарҙың хеҙмәттәрен (С. Рыбаков, Л. Лебединский, К. Мәргән, М. Сәғитов, Ф. Нәҙершина, Г. Ғәлина, С. Галин, Ә. Сөләймәнов), йыйыусыларҙың (Н. Шоңҡаров, Р. Нафиҡова, Н. Мәҡсүтова) төрлө төбәктәрҙә яҙып алған күләмле мөнәжәттәр фондын да билдәләй. Улар Рәсәй Фәндәр академияһы Ғилми архивында тупланған.
Әммә бығаса, йәмғиәттә ислам диненә, дин ғилеменә кире ҡараш булған мәлдә, жанрҙы йыйыу эше лә, ғилми-тикшеренеү ғәмәлдәре лә һәүетемсә барған, хатта тыйылған. Дин тәғлимәттәрен, Аллаға һыйыныуҙы көйләп һөйләгән мөнәжәттәр башҡорт фольклор фәнендә бығаса монографик кимәлдә системалы рәүештә өйрәнелмәгән. “Башҡорттар Исламды фанатик рәүештә ҡабул итмәгән хәлдә лә, X быуаттан уҡ Аллаһ Берлеген, Барлығын танып, быуаттар төпкөлөнән килгән тәртип-ҡанундарын ислам нуры менән һуғара. Дини фольклор, мөнәжәттәр – башҡорт халҡының милли үҙаңы көсөн, рухи ҡеүәтен, тарихи фекерләүенең төрлө формацияларҙа үҫешен туплаған, белем-ғилем алыуға ифрат ынтылыусан талантлы халыҡтың ижади ҡомарын дәлилләй торған мәктәп.
Һәр быуатта заман ҡатмарлыҡтарына бирешмәй, яраҡлаша алыу һәм милли идеология нигеҙендә рухи мәктәп булдырыу – көслө милләт хеҙмәте”, – ти Розалия Солтангәрәева. Шуға ла был томға яҙма әҙәбиәттән түгел, ә халыҡ телендә йәшәгән, яттан көйләп башҡарылған мөнәжәттәр тупланған. Әйткәндәй, ғалимә уларҙы беренсе экспедицияһынан алып (1982 йылда Н. Шоңҡаров етәкселегендә Дыуан – Мәсетле – Балаҡатай төбәктәренә барыу), бөгөнгә тиклем йыя, туплай, йыл һайын йәш ғалимдар менән экспедициялар ойоштора.
Мөнәжәттәрҙе комплекслы рәүештә “көй+һүҙ+башҡарыу” берлегендә һәм йола үҙенсәлегендә махсус туплау, өйрәнеү кәрәклеген дәлилләй автор. Шуға ошо көндәргә тиклем маҡсатлы йыйыу һөҙөмтәһендә бай мөнәжәт репертуарын автор Силәбе, Пермь, Һарытау, Һамар, Ҡурған, Ырымбур өлкәләрендә, Башҡортостандың Миәкә, Күгәрсен, Мәләүез, Яңауыл, Йылайыр, Борай, Ғафури, Туймазы, Бәләбәй, Дыуан, Баҡалы, Салауат, Дәүләкән, Әлшәй, Стәрлебаш, Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы, Балтас райондарында һәм башҡа яҡтарҙа йыйып, “Башҡорт халыҡ ижады”ның ошо томында күпселек өлөшөнә нигеҙ иткән. Шулай уҡ был томға 2003 – 2018 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимәләре тарафынан ойошторолған фольклор экспедициялары ваҡытында Р.Ә. Солтангәрәева, Г.Р. Хөсәйенова, Ф.Ф. Ғайсина, Г.В. Юлдыбаева, Г.М. Әхмәтшина, А.М. Хәкимйәнова, Р.Р. Зинурова, Л.К. Сәлмәнова яҙып алған мөнәжәттәр ҙә ингән.
Үҙенсәлектәре буйынса автор уларҙы бер нисә төркөмгә бүлеп күрһәтә. Мәҫәлән, Аллаһ Тәғәләне, исламды данлау, тәүбә итеү, үкенеү, һығыныу мөнәжәттәре; Мөхәммәт һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе, уларҙың ғилемен, уҡыуын данлау; дини байрамдарға, көндәргә бәйле мөнәжәттәр “Мәүлит байрамы”, “Йома көн”, “Ғәйет көнө”, “Рамаҙан” һәм башҡалар.
Һәр төркөмгә ҡараған мөнәжәттәрҙең томда камил варианттары, өлгөләре бирелә. Һуңғы йылдарҙа мөнәжәт әйтеү конкурстары – бик популяр күренеш. Был тәңгәлдә мөнәжәтте көйлө шиғыр, замандың көнүҙәк темаларына яҙылған дүрт юллыҡтар менән бутау ҙа күҙәтелә. Бер үк көй йә иһә башҡарыусылар үҙҙәре сығарған көйҙәр, билдәле автор, композитор ижадын да бер аҙ үҙгәртеп, “мөнәжәт көйөн үҙем сығарҙым” тип әйтеү ҙә ситен түгел. Әммә халыҡ ижады бит күсәгилешлеге, аманатҡа тоғролоғо менән көслө. Шуға ла Розалия Солтангәрәева әҙерләгән китапта жанр айырмалыҡтарына, мәғәнә, тема-функция, көй үҙенсәлектәренә бәйле файҙалы, кәрәкле һығымталар бар. Мөнәжәтте башҡарыу үҙенсәлектәренә ҡараған ҡағиҙәләр ҙә бәйән ителә китапта: тыныс, сабыр көйләү, талғын тауыш йөрөтөү, тема һәм көй тап килеше һ.б.
Мөнәжәттәрҙе 1982 йылда төрлө райондарҙа үҙаллы көйҙәре менән яҙып алған, туплаған автор. Улар сағыу образлы, аһәңле булыуы менән шатландыра (25-кә яҡын көй). Көйҙәрҙе атаҡлы скрипкасы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Мөслимов нотаға һалған.
Ғалимәнең “Башкирский фольклор: семантика, функции и традиции” т. 1. (Уфа, Башэнциклопедия, 2018) тигән хеҙмәте лә яңыраҡ донъя күрҙе. Рус телендә сыҡҡан был монографияла башҡорт фольклористикаһында аҙ өйрәнелгән мәсьәләләр ҡарала. Бына улар: бейеү, уйын, әкиәт, эпос, хөрәфәттәр, йырҙа һәм башҡа жанрҙарҙа миф традицияларының булмышы, баҡсылыҡ (шаман) йолалары, уның сығанаҡ тамырҙары, Тәбиғәт һәм Тәңрелек, имсе, белемселәр ижады, скрипканың боронғо тарихы ҡылҡумыҙға – башҡорт һыҙма ҡумыҙына тоташыуы, “Урал батыр” эпосының традициялары, яңы табылған вариант нигеҙендә башҡорт антропогенезына ҡағылышлы яңы фекерҙәр, “Иҙеүкәй менән Мораҙым”эпосында мифологик сюжеттар, сәсәнлектең боронғоһо һәм бөгөнгөһө, башҡорт халҡының хоҡуҡ һәм хаҡ законы, халыҡ ижады жанрҙарының (йола, арбау, имселәр мәктәбе, тәбиғәт йолалары) бөгөнгө торошо һ.б. Розалия Солтангәрәева теге йәки был боронғо мәҙәни күренештең мифологик ҡатламдарын аңлата, тел, этнография, мифология, археология мәғлүмәттәре менән дәлилләп тикшерә. Фольклор мәсьәләләре күп йылдар фәҡәт материалистик, филологик күҙлектән байҡалды. Халыҡ ижады жанрҙарын, йолаларҙы “тәбиғәт көстәренән ҡурҡҡан ҡырағай кешеләр ижады” тип кенә баһалау бер яҡлы булды.
Был китапта уҡыусы башҡорт халыҡ ижадына ҡағылышлы күп һорауҙарға яуап таба ала. Ул Өфө китап магазиндарында һатыла.
“Башкирские свадебные песни: текст и практика” (Өфө) тигән китап йәмәғәтселектә лә, фән тармағында ла көтөлгән хеҙмәт рәтендә, сөнки башҡорт туйҙарын милли үҙенсәлеге, рухи аһәңе менән тулы йөкмәткеле итеп үткәрергә ынтылыу хәҙерге заманда ифрат көнүҙәк. Был хеҙмәтте Р.Ә. Солтангәрәева менән А.М. Хәкимйәнова грант иҫәбенә әҙерләп сығарыу өсөн күп тырышлыҡ һалған.
Текст ике телдә (башҡортса, русса) бирелгән. Китаптың тағы ла бер отошло сифаты бар – унда сеңләү, туй йырҙары, теләктәре, таҡмаҡтары, һамаҡтарының ноталары бирелгән. Бындай баҫма – кәрәкле сығанаҡ. Әлеге ваҡытта туй үткәргәндә башҡорт асылына, зауығына тура килмәгән эпизодтар индереп, милли туй күркен боҙоу, йөкмәткеһен ябайлаштырыу күҙәтелә. Ошо мәлдә был китап бик кәрәкле сығанаҡ булыр. Милли туйҙың үҙенсәлектәрен белергә тырышҡан рус телле башҡорттар өсөн дә, милли мираҫын онота барған быуын өсөн дә, шулай уҡ туй үткәргән башҡорҙар (тамадалар) өсөн дә был хеҙмәт файҙалы.
Халҡыбыҙҙың рухи нигеҙе хаҡында
“Духовная культура башкирского народа” (“Башҡорт халҡының рухи-мәҙәни мираҫы”) – 2014 йылдан тормошҡа ашырыла башлаған Рәсәй Фәндәр академияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ҙур проекттарының береһе. Был күп томлы фундаменталь хеҙмәт башҡорт халҡының рухи мираҫына (фольклор, тел, әҙәбиәт, этнография) арналған һәм рус телендә күп томда сығасаҡ. Яңыраҡ донъя күргәне – “Фольклор и искусство” (“Фольклор һәм сәнғәт”) – ошо күп томлыҡтың ҡыҫҡа варианты. Ул башҡорт фольклорсыларының халыҡ ижады жанрҙарын (эпос, йола фольклоры, музыкаль фольклор) ентекле ғилми анализлауға, донъя мәҙәниәтендә ролен билдәләүгә арнала. Шулай уҡ киң ҡатлам уҡыусыларына иҫәп тотоп, хеҙмәт уҡымлы, аңлайышлы телдә яҙылған. Томдың баш мөхәррире – А.В. Псәнчин, ә яуаплы мөхәррире – Р.Ә. Солтангәрәева.