“Үҙем өсөн “велосипед” астым...”
Белеүебеҙсә, быйылғы йыл тарих биттәрендә ҡалырлыҡ ваҡиғаларға бай. Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы бик күп саралар көтөлә. Республикала ғына түгел, сит төбәктәрҙә лә абруй ҡаҙанған М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 100-сө ижад миҙгеле асыла. Театр коллективы ла был ваҡиғаларға әүҙем әҙерләнә. М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһын йәнә сәхнәгә сығарырға уйлайҙар. Халыҡ хәтерендә башҡорт театр сәнғәтенең алтын фондында һаҡланған тамаша булыуға ҡарамаҫтан, бик күп тапҡыр ҡуйылған, ниндәйҙер кимәлдә “тапалған” әҫәрҙе нисек итеп заман тамашасыһына тәҡдим итерҙәр икән? Совет илендә яҙылған комедияның көнүҙәклеге нимәнән ғибәрәт? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссеры, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Илсур ҠАҘАҠБАЕВ менән һөйләшәбеҙ.
– Илсур Юлай улы, һаумыһығыҙ! Яңы миҙгел башланыуы менән ихлас ҡотлайым. Кәйеф нисек?
– Һаумыһығыҙ, кәйеф яҡшы, әлбиттә. Яңы миҙгелдә яңы пландар ҡороу, сәхнәгә яңы спектаклдәр сығарыу маҡсатында эш башлап йөрөйбөҙ.
– Ижад миҙгеленең тәүге премьераһы – “Ҡыҙ урлау” спектакле хаҡында фекер алышҡы килә. Фәҡәт Башҡорт дәүләт академия драма театрында комедия нисәнсегә ҡуйыла?
– Театрыбыҙ тарихында был спектакль ике тапҡыр ҡуйылған. Үҙ ваҡытында Рифҡәт Исрафилов сәхнәләштергән вариант бөгөн дә иң билдәлеһе – аншлаг менән 12 йыл дауамында репертуарҙан төшмәгән. Унда беҙҙең мэтрҙар Фидан Ғафаров, Олег Ханов, Илһөйәр Ғәзетдинова уйнаған.
– Тарихта спектаклдең күп варианттары булыуы, әле лә төрлө театрҙарҙа уйналыуы һеҙҙе икеләндермәйме?
– Юҡ. Бөтәһен дә анализлап ҡарағандан һуң, тап үҙеңсә генә ҡуйыу юлын табыуы ауыр. Шунан сығып, әлеге ваҡытта рәссам, композитор һәм хореограф менән уйлашабыҙ. “Ниндәйерәк юлдан китергә?”, “Нисек халыҡҡа ҡыҙыҡ, көнүҙәк итеп ҡуйырға була?” тигән һорауҙарға яуап эҙләү, фекер алышыу, идеялар менән уртаҡлашыу этабы башланды. Элек ҡуйылғанды ҡабатлап булмай, ундай теләк тә юҡ, тик шул уҡ мәлдә режиссер бирелгән материалдан әллә ни йыраҡлашырға тейеш түгел. Драматургтың, йәғни М. Кәримдең, идеяһын ҡыҙыҡлы итеп, яңыртып тамашасыға еткереү – төп маҡсатыбыҙ.
– Һәр режиссер әҫәрҙе үҙенсә сәхнәләштерә, геройҙар характерын үҙенсә аса. Был юҫыҡта ниндәй йүнәлеш алырға ниәтләйһегеҙ? Ниндәй тематик акценттарға өҫтөнлөк бирелер?
– Кешеләр бит үҙҙәре күргән ниндәй ҙә булһа хәлде үҙенсә еткерә. Алдап һөйләгәнгә түгел, ә тормош тәжрибәһенә, шәхси күҙаллауына ҡарап. Режиссерҙың, һәр ҡуйыусы труппаның да халыҡҡа еткереү принцибы шулайыраҡ. Пьесаның ҡайһы яғын ҡыҙығыраҡ итеп күрә, шуға баҫым яһайҙар.
Видеояҙмаларҙа, театрҙарҙа ҡуйылышын анализлағанда, бөтәһе лә тиерлек аҙмы-күпме бөгөнгә иң яҡшыһы тип иҫәпләнгән вариантты ҡабатлай. Беҙҙең ижади коллектив ҡуйған спектакль нисегерәк булыр, белмәйем, әммә беҙ был ятланып бөткән ҡабатлауҙарҙан мөмкин тиклем алыҫлашыу яғында. Тарихта үҙ дәүере булған, сәнғәт ҡомартҡыһы кимәленә күтәрелгән әйберҙе ҡабатларға хоҡуғыбыҙ ҙа, теләгебеҙ ҙә юҡ. Булған образдарҙы, уларҙың характерҙарын икенсерәк йүнәлештә асырға ине. Был һәр образға ҡағылмай, әлбиттә, ҡайһы берҙәрен ентекләберәк анализлап, кәрәкле сюжет һыҙаттарын көсәйтергә, тигән уйҙар менән эште башлап торабыҙ.
– Шулай ҙа яңы миҙгелдә ниндәй сюжет һыҙығына акцент яһаласаҡ?
– Мөхәббәт темаһын асырға, көсәйтергә ине. Барыбер кешелек донъяһы уға ҡоролған. Пьесаның исемендә үк бит инде “Ҡыҙ урлау” йолаһы ята. Ҡотләхмәттең саф мөхәббәтенән сығып башҡарылған йола. Ошо яратыуҙы, сафлыҡты матур итеп күрһәтке килә.
– Төп ролдәрҙә кемдәр уйнай?
– Әлегә йәштәр менән ролдәрҙе тулыһынса тәғәйенләп бөтмәнек. Дәғүә итеүселәр араһында – Артур Ҡунаҡбаев, Азат Вәлитов, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Юнир Ҡоланбаев, Урал Әминев. Уҡыйбыҙ, ҡарайбыҙ, эш ҡайнай. Ә оло быуынға килгәндә, әйтеп үтеүемсә, ролдәрҙе бүлеп бөттөм: Олег Ханов, Эльвира Юнысова, Хөрмәтулла Үтәшев, Светлана Хәкимова, Алмас Әмиров, Хәким Мортазин, Миңзәлә Хәйруллина, Илһөйәр Ғәзетдинова, Гүзәл Маликова.
– Бөгөн тап ошо комедияның үҙенсәлектәре нимәлә?
– Ҙур яуаплылыҡ өҫтәгән күренеш ул халыҡ шағиры М. Кәримдең һәм театрыбыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейҙары. Был турала күп һөйләнә, артабан да һөйләнәсәк әле. Икенсе яҡтан, был пьесаны Башҡортостанда ғына түгел, Татарстанда ла төрлө театрҙар ҡуя. Профессиональ театрҙар ҙа, халыҡ театрҙары ла.
– Бөтә төр театрҙарҙа ҡуйылыуҙың сәбәбе йә сере нимәлә?
– Беренсенән, театрҙарға комедия кәрәк. Был инде драматургия өлкәһендәге айырым тема. Икенсенән, М. Кәримдең әҫәре классика булып иҫәпләнә. Әҙер, башынан аҙағына тиклем бөтә ремаркалар менән автор тарафынан эшләнеп бөткән материал. Сәхнәләштереү өсөн айырым сценарий яҙырға кәрәкмәй. Бөгөн минең тик комедия ғына булырлыҡ саф жанр күргәнем юҡ. Бөтә жанрҙар буталып бөткән. Хатта циркта ла артыҡ театрлаштырып ҡуялар, ә театрға, киреһенсә, цирк элементтары инә. Һуңғы ваҡытта “Паразиттар” фильмын ҡараным. Башында тик комедия ғына, ә аҙағы бөтөнләй көтөлмәгәнсә, трагедия ла, триллер ҙа… Шуға күрә ҡуйыласаҡ классик “Ҡыҙ урлау” тик комедия ғына түгел. Был минең теләкте йә жанр үҙенсәлектәренә ҡаршы килеүемде аңлатмай, ә автор яҙған тексҡа талапсан һәм иғтибарлы булыуҙан.
– Хәҙерге башҡорт драматургияһында комедиялар юҡ, тимәк?
– М. Кәрим кимәлендә сифатлы, тулы, алып ҡына сәхнәләштерерлек комедияларҙы яҙмауҙары бик ҡыйын хәл. Йәш авторҙар театрҙа ҡуйырлыҡ, үҙебеҙҙең ерлек менән бәйле, тормошсан комедиялар ижад итмәй, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Драматургияға һәр ваҡыт ҡытлыҡ булды ул, ә комедия жанрына килгәндә бигерәк тә ауыр хәл.
– Һеҙҙең эштәрегеҙгә ҡарағанда, шуға иғтибар иттем: комедия жанрына тотоноуығыҙ беренсегә шикелле.
– Юҡ, беренсегә түгел. Ғөмүмән, уны тик комедия ғына тип әйтмәҫ инем, ул музыкаль-лирик комедия. Бер йыл элек, Бүрәт Республикаһында Ф. Бүләковтың “Go! Баламишкин” тигән комедияһын сәхнәләштерҙем. Шулай итеп, “Ҡыҙ урлау” икенсе комедия булып сыға. Беҙҙең халыҡ музыкаль спектаклдәрҙе яратып ҡараусан бит, ә беҙ, иң мөһиме, тамашасы мәнфәғәтен ҡайғыртып ижад итергә тейешбеҙ.
– Халыҡ тигәндән, был премьераны ҡараясаҡ оло быуын вәкилдәре, Р. Исрафилов сәхнәләштергән “Ҡыҙ урлау”ҙы хәтерләүселәр, мотлаҡ сағыштырасаҡ. Ундайҙарҙың бөтөнләй ҡабул итмәүенән шикләнәһегеҙме?
– Был осраҡҡа тап килгән бик матур әйтем бар: “Бүренән ҡурҡаһың икән, урманға йөрөмә”. Премьераны ҡарағас, сағыштырыу булырға тейеш. Бында Сибай, Стәрлетамаҡ, “Нур” татар дәүләт, Милли йәштәр театры һәм башҡалар менән сағыштырырға мөмкин. Ысынлап та, Рифҡәт Вәкил улы ҡуйған вариант ныҡ уңышлы булған. Күп кешенең һаман да иҫендә, уны ҡат-ҡат ҡараусылар ҙа аҙ түгелдер. Был осраҡтар миңә, режиссер булараҡ, ифрат ҙур яуаплылыҡ өҫтәй һәм ошо дәрәжәне төшөрөргә ярамағанлығын яҡшы аңлайым.
Үҙҙәре яратҡан, ҡабул иткән спектаклде, яратҡан актерҙарының йәш саҡтарын күрергә теләй икән, һәр тамашасы интернетҡа инеп яҙманы ҡарай ала. Театр ул музей түгел, ул заман менән бергә атларға, үҫешергә тейеш.
– Эш барышында осраған ауырлыҡтарға әҙерһегеҙме?
– Һеҙ планлаштырылған ремонт хаҡында һүҙ йөрөтәһегеҙ инде. Эйе, ижади процесҡа ҙур уңайһыҙлыҡ килтерә был. Репетициялар аҙ, техник яҡтан да еңелдән булмаясаҡ.
– Премьера Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтәсәкме?
– Беҙ премьера үҙ сәхнәбеҙҙә сыҡһын ине, тигән теләктәбеҙ, әлбиттә, тик нисек булыр?..
– Йәш быуын режиссерҙарынан булараҡ, һеҙҙең эшкә иғтибар ҙа, тәнҡит тә көслө. “Прометей” спектаклен генә алғанда ла, килешмәүселәр, яратмаусылар күп булды. Миңә ҡалһа, бик үҙенсәлекле, яңыса, Ҡаҙаҡбаевса килеп сыҡты! Хәрефтәр менән трагедияның асылын, авторҙың философияһын асҡан бик уңышлы алым, тип уйлайым.
– Рәхмәт! “Прометей”ға килгәндә, эйе, беләм. Телефоныма шылтыратып та тәнҡитләгәндәре бар. Шәхсән һәм профессиональ яҡтан дөрөҫ юлдамын, тип уйлайым һәм бер дәғүә менән дә килешмәйем. Әгәр автор иҫән булһа, минең менән килешер ине, сөнки яңы сәхнәләштерелгән вариант Мостай Кәримдең үҙенең фекеренә ныҡ яҡын. Мостай ағайҙың башҡа драматик әҫәрҙәре – “Ай тотолған төндә”, “Ҡыҙ урлау” һәм башҡалар менән сағыштырғанда, “Прометей”ҙы күп ҡуймағандар. XXI быуатта йәшәп, беҙ фәҡәт элекке ваҡыт тураһында спектакль ҡуя алмайбыҙ. “Прометей” трагедияһына таянып, бөгөнгө көнүҙәк проблемаларҙы алғы планға сығарҙыҡ.
Тамашасы театрға килә икән, уның үҙ фекере, хис-тойғоһо әйтелергә тейеш. Әгәр ҙә нимәнеңдер үҫешенә булышлыҡ итәм, файҙа килтерәм тиһәң, тәнҡит объектив булырға тейеш. Бик йыш беҙҙә тәнҡит менән сағыштырыуҙы бутайҙар, йәғни “Бына теге мәлдә ошо уҡ спектакль яҡшыраҡ ине, ә хәҙер улай түгел, башҡаса” тигән өҫтөн-мөҫтөн фекерҙәр күп яңғырай. Әҫәрҙе асып уҡымайынса, теге йәки был режиссерҙың нимә күрһәтергә теләгәнен аңлау хатта профессиональ театр белгестәренә лә ауыр, шуға күрә һәр әйтелгән кире һүҙгә артыҡ көйөнмәйем. Уйлап ҡарағанда, беҙ бит эшебеҙҙе публикаға, донъяға сығарабыҙ, шуға бәхәс булыуы яҡшы, тимәк, ижади эшеңә иғтибар иткәндәр, ҡарағандар.
– Башҡа режиссерҙарҙың эштәрен күҙәтәһегеҙме? Өлгө алырлыҡ кемдәрҙе әйтә алаһығыҙ?
– Ҡарайым, әлбиттә, анализ яһайым, унһыҙ үҫеш юҡ. Һәр ваҡыт үҙ өҫтөңдә эшләргә кәрәк. Был йәһәттән Л. Гайдай тураһында уҡып, “Ниңә уның комедиялары әле булһа ла ҡыҙыҡ, популяр?” тигән һорау биргәнем бар. Баҡтиһәң, был фильмдарға бик ҙур ыңғай заряд һалынған. Халыҡ бит театрға көндәлек мәшәҡәттәрҙән ял итергә, көлөргә килә. Тимәк, сәхнә әҫәренең төп маҡсаты – кешелә ыңғай хис-тойғоно күберәк һәм тәрәнерәк итеп уятыу.
– 8 октябргә билдәләнгән премьераны түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Илсур Юлай улы, әңгәмә өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, ижади үрҙәр теләйем!
– Сентябрҙә театр коллективы бер нисә фестивалгә юллана, октябрҙә – премьера. Бөтә көсөбөҙ ошоға йүнәлтелгән, тырышабыҙ!