Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Сентября 2019, 15:25

Бәхил бул, Шағир...

Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә Туймазы районының Төпкилде ауылында була.

Фото: gtrk.tvФото: gtrk.tv
Фото: gtrk.tv
Әҙип ғүмеренең һуңғы осоронда Туймазыла йәшәне...


Билдәле шағир, публицист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Муса Сиражи 1939 йылдың 1 февралендә ошо райондың Төпкилде ауылында тыуған. Ҡандралағы 2-се урта мәктәпте тамамлағас, ике йыл уҡытыусы булып эшләй. 1958 – 1963 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем ала.


Буласаҡ шағир “Ҡыҙыл таң” гәзитендә, Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә, Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй, 1971 – 1973 йылдарҙа БДУ-ла уҡыта.


1963 йылда Муса Сиражиҙың “Осрашыу” тигән тәүге шиғри йыйынтығы донъя күрә. Һуңынан бер-бер артлы “Кем көслөрәк?”, “Ер яҙмышы”, “Мин ҙур инде” исемле китаптары нәшер ителә.


Шағирҙың шаҡтай күп шиғырына йырҙар яҙылған.


Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә, 15 сентябрҙә, Туймазы районының Төпкилде ауылында була.
Читайте нас