Тыумышы менән Асҡын районынан булған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марат Шәйбәков, беҙҙең ғаиләлә "икенсе Хәниә Фәрхи" бар, тип белдерә.
"Беҙ алты бала — бер ағайым, ике апайым һәм ике ҡустым. Апайым Римма Йәғәфәрова йырларға әүәҫ. Уны ауылдаштар “икенсе Хәниә Фәрхи” тип атай. Бынан тыш, гармунда ла уйнай.
Хәниә апайҙың йырҙары ғәжәп халыҡсан, матур бит. «Мәк сәсәге»н баянға ҡушылып башҡарғаным бар. Банкетта ултырғанда Хәниә апайҙың үҙенә лә уйнап күрһәткәйнем. Шунан һуң ул ҡустыһына бәйле хәтирәләрҙе иҫкә төшөрөп ултырҙы", – тип һөйләгән бер әңгәмәһендә Марат Шәйбәков.
Туған-тыумасаны үҙ концертында йырлатыусылар бар бит, бына Мараттың да апайын күрергә ине бер, ә?!