Билдәле башҡорт режиссеры Айсыуаҡ Йомағолов "Һеңлекәш" фильмынан алған тәьҫораттары менән бүлеште.
– Был картинаны төҙөүселәрҙең береһе булараҡ, ситтән тороп фекер йөрөтөүе ауырыраҡ. Шулай ҙа Александр Галибиндың хеҙмәтен, тырышлығын билдәләп үтергә кәрәк.
Һәр бер башҡорт фильмы – ҙур байрам. "Һеңлекәш"тең таҙа башҡорт телендә, дубляжһыҙ сығыуын теләр инем, – тине ул.