Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Сентября 2019, 09:00

Ике авторҙың да юғары бүләккә хаҡы бар

“Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе” исемле китаптың авторҙары Нияз Мәһәҙиев менән Зөһрә Ҡотлогилдинаның Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителеүен белгәс, ифрат ныҡ шатландым.

“Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе” исемле китаптың авторҙары Нияз Мәһәҙиев менән Зөһрә Ҡотлогилдинаның Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителеүен белгәс, ифрат ныҡ шатландым.


Әҙ тираж менән баҫылып сыҡҡан күләмле әҫәрҙе табып уҡыу өсөн (милли китапханала юҡ!), таныштарыма шылтыратып, ниһайәт, ҡулға эләктерҙем. Быға тиклем авторҙар­ҙың ошо ижади эштәренән күп кенә яҙмаларын матбуғат биттәрендә уҡығайным, әммә китаптың үҙен ҡулға тотоп уҡыуға етмәй. Ә китап ысын мәғәнәһендә уҡыусыны арбай. Яҙыусылар менән һорау-яуап фор­маһында ҡоролған, интервью алымын ҡулланып яҙыл­ған был ҙур хеҙмәт абруйлы шәхес-әҙиптәрҙең донъяға фәлсәфәүи ҡараштарын, уларҙың йөрәгендә ятҡан иң серле, ҡәҙерле уй-фекерҙәрен, яҡындарына ҡарата ихтирам һәм һөйөү хистәрен китап уҡыусыларға еткерә. Ә интервью һорауҙары ниндәй һуң әле!
Һәр әҙипкә үҙенә генә ярашлы һорауҙар бирелә. Һорау яуҙырыр алдынан авторҙарға күпме ваҡыт әҙерләнергә, яҙыусының тормошон, уның эштәрен барларға, һорауҙар­ҙы ла кешенең күңеленә ятышлы итеп бирергә кәрәк. Илленән ашыу яҙыусы тураһында уҡып беләбеҙ ошо китаптан. Хәҙерге көндә ең һыҙғанып эшләп йөрөгән яҙыусы­лар менән бер рәттән был донъяны ташлап киткәндәре менән дә үҙҙәре иҫән саҡта яҙып алынған әңгәмәләр бар.
Ап-асыҡ күҙ алдына килтерергә була: китап өҫтөндә авторҙар бик оҙаҡ эшләгән, уны байытҡан. Ҡыҙғаныс: китап өлгөрөп етеп үҙ уҡыусыларын тапты ғына тигәндә, авторҙарҙың береһе – Нияз Мәһә­ҙиев мәрхүм булып ҡалды. Яҙыу­сылар ҙа берәм-берәм китә тора. Йәл, күпме ынтылып та Сабир ағай Шәрипов менән әңгәмә әҙерләнмәй ҡалды. Эйе, Сабир Шәрипов баш күтәрмәй эшләне шул, һорауҙарға яуап биреп ултырырға бер генә минут та ваҡыты булмағандыр.
“Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе” китабының әһәмиәте баһалап бөт­көһөҙ. Халыҡтың иң алдынғы ҡараш­лы, үткер телле, үҙ артынан әйҙәүсе әҙиптәре менән әңгәмәлә­шеү улар­ҙың биографияларын байыта, ябай кешегә улар өлгөһөндә йәшәргә мөмкинлек бирә. Китапты ҡулға алһаң, унан айырылып булмай. Бик матур телдә, мауыҡтырғыс итеп яҙылған ул.
Авторҙар Нияз Мәһәҙиев менән Зөһрә Ҡотлогилдина үҙҙәре лә бик йор һүҙле, киң эрудициялы, юғары мәҙәниәтле кешеләр. Республика халҡы уларҙы “Бай баҡса” телетап­шырыуҙарынан да яратып өлгөргәй­не, Зөһрә Ҡотлогилдинаның тәрән лиризм менән һуғарылған шиғырҙа­рына яҙылған йырҙарын да яратып йырлай, үткер публицистик мәҡәлә­ләрен матбуғат биттәренән уҡып белә. Бына, мәҫәлән, уның Әҙип йортоноң кәрәклеге тураһындағы, шулай уҡ: “Ҡайҙа үҙебеҙҙең баш­ҡорт ашханалары, сәйхана­лары, аҙым һайын шаурма ла шаверма”, – тип әсенеп яҙған ялҡынлы публицистик мәҡәләләрен иҫкә төшө­рөп китәйек, булмаһа. Кисек­тер­геһеҙ хәл итеүҙе талап иткән проблемаларҙы юғары органдар шунда уҡ күрә белһә, бәлки, әлеге шаурма менән ағыуланыуҙар ҙа булмаҫ ине.
Мин Зөһрә Ҡотлогилдинаның ижадын урыҫ яҙыусыһы Н.А. Некра­сов­ты­ҡына оҡшатам. Уның кеүек, Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы ла хаҡлыҡ өсөн көрәшеүсе, тормоштоң негатив яҡ­тарын ҡурҡмай асып биреүсе, шул уҡ ваҡытта тәрән, фәлсәфәүи лири­каһы менән Тыуған илгә, туған телгә һөйөү тәрбиәләүсе шағирә һәм ялҡынлы публицист та ул. Ҙур хеҙмәт арҡаһында донъя күргән Бөйөк Еңеүҙең алтмыш биш һәм етмеш йыллыҡтарына арнап сыға­рылған “Һуғыш балалары – тарих яралары”, “Һуғыш яралаған бала саҡ” исемле бөгөн иҫән-һау йәшәп ятҡан тыл ветерандары менән әңгәмәләрҙән торған публицистик китаптары ла Зөһрә Ҡотлогил­динаның көслө, ҡыйыу яҙыусы-публицист икәнлеген раҫлай.
Әгәр Зөһрә Ҡотлогилдина менән Нияз Мәһәҙиевтең “Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе” тигән йыйын­тығы донъя күрмәһә, күпме кәрәкле мәғлүмәтте ала алмаҫ ине китап уҡыусы. Бик кәрәкле, уҡымлы хеҙ­мәт сығарған авторҙар. Уҡыусы­ларға, уҡытыусыларға, студент­тарға, ғөмү­мән, бөтә әҙәбиәт һөйөүселәргә ҙур бүләк ул. Рәхмәт авторҙарға. Был китап, һис шикһеҙ, Шәһит Хоҙай­бирҙин исемендәге юғары премияға иң лайығы, тип иҫәпләйем. Ике авторҙың да ошо юғары бүләккә хаҡы бар.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас