Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Сентября 2019, 17:11

Минән "маймыл" тип көлдөләр

Сыҙай алмай, мине күрә алмай бит ул, бахырҡайым...

Фото йырсының "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.Фото йырсының "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.
Фото йырсының "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.
Бөгөн Ҡазан сәхнәләрен дер һелкеткән бихисап сәнғәт әһелдәренең Башҡортостанда тыуып үҫеүе сер түгел. Татарстандың халыҡ артисы Хәмдүнә Тимерғәлиева – шундай яҡташтарыбыҙҙың береһе. Ул – Борай ҡыҙы.
Дөрөҫ, сәхнә тормошо ҡатмарлы. Хәмдүнә Тимерғәлиева ла юлындағы ҡаршылыҡтарға бирешмәй алға бара, ижад итә, халыҡтың йәнен имләй. Йәштәр менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.
“Элвин Грей менән видеоролик сығарғас, мине маймыл тип яҙыусы булды, – ти йырсы был хаҡта "Матбуғат. ру" сайтында. – Көлдөм генә. Тәнҡиткә иҫем китмәй. Маймыл тип яҙып ебәргән кеше йәненә сыҙай алмай. Мине күрә алмай бит ул, бахырҡайым. Талашып ятһам, уға рәхәт булыр ине. Уға шатланырға урын ҡалдырманым шул. Донъя күп ҡаҡты, өйрәтте. "Барс медиа"ға иһә төрлө образдар тыуҙырғаны һәм ижад итергә мөмкинлек биргәне өсөн рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ".
Читайте нас