Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Сентября 2019, 18:48

Атайсал йырсыһын юҡһынып

Минең өсөн Абдулхаҡ Игебаев кем ине?

Автор фотолары.Автор фотолары.
Автор фотолары.
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡорт АССР-ының һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Абдулхаҡ Игебаевтың мәңгелеккә күскән көнө.


Ул 1930 йылда Баймаҡ районының Күсей ауылында донъяға килә. Тыуған иленә, атайсалына, мөхәббәткә мәңгелек дан йырлаған шағирҙың ижадын һөйөүселәр бихисап, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар әленән-әле радио тулҡындары, “зәңгәр экран”дар аша ишетелеп тора. Шағир ижадында патриотик әҫәрҙәр ҙә ҙур урын биләй.
Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы балалар өсөн дә әүҙем ижад иткән шағир булараҡ танылды. Шулай уҡ алты томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”н төҙөгән авторҙарҙың да береһе.
Ә минең өсөн Абдулхаҡ Игебаев – әсәйемдең бер туған ағаһы, минең иң хөрмәтле апаларымдың береһе ине.
Читайте нас